15:43 (UTC+5), 23 Июня 2026

Радий Хәбиров менән әңгәмә: яңы саҡырыуҙар ҡәтғи ҡарарҙар талап итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эксперттар берләшмәһе вәкилдәре һәм политологтар менән осрашты. Әңгәмә төплө килеп сыҡты, төрлө темалар, киҫкен мәсьәләләр күтәрелде, уңайһыҙ һорауҙар бирелде, ә яуаптар асыҡ һәм аныҡ булды. Осрашыуҙа әйтелгән мөһим фекерҙәр хаҡында «Башинформ» күҙәтеүсеһе һөйләй.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығы хакимиәте
Ольга Горюнова

Алғараҡ китеп шуны әйтергә мөмкин, эксперттар менән осрашыуҙан һуң Хәбировтың үҙен ышаныслы һәм тыныс тотоуы күңелдә айырыуса уйылып ҡалды. Уның беҙҙең уртаҡ көстәргә ышаныуы, нимәгә әҙер булырға, артыҡ шау-шыуһыҙ һәм милитаризациялауһыҙ граждандарҙы нимәгә әҙерләргә кәрәклеген аныҡ белеүе күренеп тора. Берәй хәл була ҡалһа – беҙ уға әҙер буласаҡбыҙ. Радий Фәрит улының яратҡан принцибы иҫкә төшә – иңдәреңә төшкәнде үтә, барыһы ла яҡшы булыр. Ҙур һәм ҡеүәтле төбәктең етәксеһе булараҡ, ул шулай эшләй ҙә. Һәм ауыр мәсьәләләр буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүенең сәбәптәре һәм эҙмә-эҙлелеге хаҡында осрашыуҙа һөйләне. Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға кәрәклеген белгән һәм еңел булмаған лидерлыҡ бурысын атҡарырға әҙер етәксе ул. Башҡортостан иркен тын ала, илебеҙҙең терәк төбәге булып тора һәм төрлө яҡлап йылдам үҫешә. Беҙҙә ныҡлыҡ запасы ҙур, һәм аяғыбыҙҙа ныҡлы торабыҙ. «Нимә эшләргә?» тигән һорауға яуап бер – «эшләргә һәм ныҡ булырға». Беҙ барыһын да йырып сығасаҡбыҙ. Беҙ осрашыуҙа Хәбировтан ниндәйҙер иллюзия тыуҙырған һәм ялған өмөттәргә илткән матур вәғәҙәләр ишетмәнек. Шундай ҙур һәм күп милләтле төбәктең лидеры яуаплылыҡты үҙ-үҙенә алыуы һәм ауыр ҡарарҙар ҡабул итеүе мөһим. Ә кешене икеләнеүҙәр һәм ҡурҡыуҙар уратып алған заманда үҙ-үҙеңдә булған ышанысты башҡаларға еткерә белеү икеләтә мөһим. Радий Хәбиров быны еңел эшләй – төрлө дәлилдәр менән раҫларға әҙермен.

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 5

ТЫШҠЫ ХӘҮЕФТӘР ҺӘМ ЭСКЕ ТЫНЫСЛЫҠ ТУРАҺЫНДА

Торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы, юлдарҙың торошо, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, килемдең кәмеүе, дрондар һөжүме – рәсәйҙәрҙе борсоуға һалған һәм уларҙың социаль хәлен ҡатмарлаштырған иң төп мәсьәләләр, тип иҫәпләй социологтар. Ҡайһы саҡта властарға идара итеү ҡарарҙарын ваҡытында ғына түгел, мәсьәләләргә һәм уларға бәйле ҡарарҙарға ҡарата аңлатмалар биреп барыу ҙа мөһим.

«Беҙҙең бурыс – пессимистик тойғоларға эйәреп йөрөү түгел, ә кешеләрҙең кире тойғолары менән эшләү, көрәшеү һәм еңеп сығыу», – республика Башлығы Радий Хәбиров түңәрәк өҫтәл алдынан әйткән был фекер осрашыуҙың бөтә асылын асып һалды.    

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, бынан биш йыл элек тиерлек уның эш графигына (хәйер, һәр кемдең дә) яңы бурыс өҫтәлде: МХО. Бының өсөн ваҡыт, көс, ресурстар, хис-тойғолар ​​кәрәк.

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Олег Яровиков
Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
1 из 4
«Рәсәйҙең, республиканың, халыҡтың дошмандары бик күп. Аяуһыҙ, ҡурҡыныс, аҡыллы дошман ул. Һәм беҙгә ошоно халыҡҡа аңлатырға кәрәк», – тип Радий Хәбиров политологтар һәм йәмәғәтселәр менән осрашырға теләген белдерҙе.

Социологтар билдәләүенсә, күптәрҙе ниндәйҙер кимәлдә дрондар һөжүме борсой, тип рәсми мәғлүмәттәрҙе еткерҙе БР мәҙәниәт министрлығындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов. Борсолоуҙың артыуын аңлатып үтәйек: мәғлүмәт киңлегендә йыш ҡына дрондарҙың күрше төбәктәрҙәге предприятиеларға һөжүм итеүе хаҡында хәбәрҙәр баҫылып сыға, республика халҡының телефондарына пилотһыҙ һәм йә ракета хәүефе хаҡында белдереү килә. 

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 3

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала ошо шарттарҙа эшләү өсөн кәрәкле инфраструктура булдырылған. 2022 йылдан ул шәхсән етәкселек иткән оператив штаб эшләй. Әлеге көнгә ҡурҡыныс аҫтында булған объекттар исемлеге билдәләнгән, уларҙа хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү өсөн юл картаһы төҙөлгән, бер нисә оборона һыҙығы булдырылған.

«Пассив оборона, төрлө ҡоралдар менән тәьмин ителгән әүҙем оборона бар — төбәк ярайһы уҡ ышаныслы һаҡланған тип әйтә алабыҙ. Бынан тыш, беҙ Рәсәй Федерацияһының һауаға ҡаршы оборонаһының дөйөм системаһына ҡушылғанбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Тап ошо сәбәпле, пилотһыҙ хәүеф иғлан ителгән ваҡытта сиреналар яңғырамай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның кәрәге юҡ, йәмғиәттә кешеләрҙә ҡурҡыу тойғоһон уятырға кәрәкмәй (күҙ алдына килтерегеҙ, әгәр һеҙҙе иртәнге сәғәт 5-тә будильник урынына сирена уята икән, ниндәй кәйефтә булыр инегеҙ – автор иҫкәрмәһе). Шулай ҙа Башлыҡ, халыҡҡа хәүеф янаһа, сиреналар геүләйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 1

КОНТЕНТМЫ ӘЛЛӘ ЗАДАНИЕМЫ?

Халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған темаларҙың береһе — интернетты һүндереү һәм тыйылған селтәрҙәрҙе блокировкалау. Был бигерәк тә йәштәр араһында киҫкен тора, улар өсөн «...интернет булмауы хәлдең хәлдең нормаллеген юғалтыуға тиң кеүек», тип проблеманы күтәрҙе политолог Арсен Шәйәхмәтов.

Һәм, уның фекеренсә, интернетты һүндереү йә социаль селтәрҙәрҙе блокировкалау арҡаһында, был федераль кимәлдәге ҡарар булыуына ҡарамаҫтан, төбәк властарына ҡарата ризаһыҙлыҡ килеп тыуа.

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 3

Радий Хәбиров был хәлгә бәйле бөтә хәүефтәрҙе аңлауын һәм ҡабул итеүен белдерҙе. Әммә, йәштәрҙең ҡайһы берҙәренең ҡәнәғәтһеҙлегенән тыш, бында ҙурыраҡ эҙемтәләрҙе күҙалларға кәрәк.

Төбәк етәксеһе тыйылған социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрен юйғас, унда 600 меңлек аудиторияһын ҡалдырған мәлдә үҙен яу яланынан сығып киткән кеүек хис итеүен белдерҙе. Ни өсөн? Сөнки унда Рәсәйгә ҡаршы тотош бер армия эшләй ине: бөтә Европа, социаль селтәрҙең хужалары, акционерҙар. Ә был «йәшерен кәрт» менән уйынға тиң.

«Ундағы көсөргәнеште, был социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙең ни тиклем ауыр булыуын хәтерләйем. Кешеләрҙең күңеленә барып етә алмаҫ инек, тип уйлайым. Шуға унан китеү яҡшыраҡ ине», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Йәштәр был социаль селтәрҙәрҙе аралашыу, бизнес алып барыу, үҙҙәренең идеяларын пропагандалау өсөн майҙансыҡ итеп ҡабул итә, ә улар деструктив көстәр яғынан үҫеп килгән быуынға йоғонто яһау өсөн бик көслө ҡорал булып тора, йәштәр үҙҙәренең йәшлеге һәм тәғәйен тәжрибәһе булмауы арҡаһында быны аңлап етмәй. Ә бындай хаталарҙың хаҡы бик юғары булыуы ихтимал. Радий Хәбиров аныҡ ҡына миҫал килтерҙе:

«Мин күптән түгел шартлауҙар әҙерләгән террористан һорау алыу тураһында сюжет ҡараным. Тәфтишселәр унан ҡайҙан задание алыуын һораны: канистра алырға һәм шартлатырға. Ул, социаль селтәрҙәрҙә, тип яуап бирҙе».

Һәм шуға ла, Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, хөкүмәттең иң мөһим бурыстарының береһе – йәштәр өсөн көрәш:

«Йәштәр менән бары тик эшләргә генә кәрәк, осрашыу мөһим. Мин йәштәр менән аралашырға теләйем. Ҡоро һүҙ һөйләшеү өсөн түгел. Һәр осрашыу минең өсөн ауыр бирелә, сөнки мин унда тойғоларымды ҡалдырам. Эйе, йәштәр тыйылған социаль селтәрҙәрҙә ултыра, ниндәйҙер мәғлүмәт ала, әммә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һөйләшеүҙәр, төҙөлөш отрядтары, Беренселәр Хәрәкәте, "Патриот" паркы аша донъяның ҡояшлы яғын күрһәтергә тейешбеҙ. Бына ошолар —  эшебеҙҙең бер өлөшө булараҡ, республикабыҙҙа, миңә ҡалһа, бик яҡшы көйләнгән».

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 5

МӘҒЛҮМӘТ ҺӘМ КОМПРОМАТТАР ҺУҒЫШЫ

Мәғлүмәт һуғышы социаль селтәрҙәрҙә һәм йәштәрҙең аңы өсөн генә алып барылмай. Республиканың мәғлүмәти йәки ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоғона ваҡыты-ваҡыты менән етди хәүеф янай, тип билдәләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. Һәм Радий Хәбировтың шәхси позицияларының ныҡлығына һәм көсөнә иң ҡыҙыу оппоненттары инанһа ла (әйткәндәй, ул төбәк етәкселәренең рейтингында юғары сәйәси тотороҡлоҡ менән билдәләнгән «йәшел» зонаға сыҡты – автор иҫкәрмәһе), ресубликабыҙҙың ижтимағи-сәйәси торошон ҡаҡшатырға маташыусылар табылып тора. Ысын мәғәнәһендә ҙур мәғлүмәт һәм компроматтар һуғышы бара.

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 3

Радий Хәбиров билдәләүенсә, быға ҡарата ҡаршы ҡоралдарҙың береһе береһе — кешеләр менән аралашыу.

«Кешеләр менән эшләргә, һөйләшергә, аңлатырға кәрәк, — тип аңлатты төбәк башлығы. — Шуға күрә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына һәр ваҡыт әйтәм: кабинетта ғына ултырмағыҙ, халыҡҡа сығығыҙ».

Проблемалар йыш ҡына тап аңлашылмаусанлыҡтан, эшсе кешеләрҙе хөрмәт итмәүҙән килеп сыға, тип аңлатты Радий Хәбиров.

«Был ихтирамһыҙлыҡ төрлө кире күренештәр тыуҙыра», — тип белдерҙе республика Башлығы.

Шуға ла ул хакимиәт башлыҡтарынан республиканың ҡала-райондарында йәшәгән һәм эшләгән кешеләрҙе ихтирам итеүҙе, күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуҙы, уларҙың проблемаларын белеүҙе, уларҙы тыңлауҙы, һорауҙарына намыҫлы яуап биреүҙе даими талап итә.

Команда тураһында һүҙ алып барғанда, Радий Хәбиров миҫал итеп Өфө мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәриповты килтерҙе. Хәйбулла районы ауылдары буйлап даими йөрөп, кешеләр менән осрашып, шәхсән хәлен белеп, иғтибар менән тыңлап, проблемаларҙы шәхсән хәл иткән етәкселәрҙең береһе ул.

«Ул Хәйбулла районына ярайһы уҡ ауыр осорҙа килде, төрлө ыҙғыштар булғайны. Һәм уның ошоға ҡарата сыҙамлылығы, тәжрибәһе бар ине. Районда федераль кимәлдәге ҙур тау байыҡтырыу компаниялары эшләй. Һәм мин уның улар менән нисек үҙ-ара мөнәсәбәттә булыуын күрҙем: район башлығы булараҡ түгел, ә партнер булараҡ аралаша ине ул. Бындай көслө етәксе Өфөгә бик кәрәк, һәм ул бында баҫым яһаусы төрлө төркөмдәрҙән азат».

Башҡортостан Башлығы үҙ командаһында яҡшы сыҙамлы, үҙаллы ҡарар ҡабул итеү һәләтенә эйә булған кешеләрҙе ҡәҙерләүен белдерҙе.

«Мин үҙемде «кәкре арҡалы» һәм «нимә ҡушаһығыҙ?» тигән позицияла йөрөгән кешеләр менән уратмаҫҡа тырышам. Мин асыҡ һәм үҙаллы кешеләр менән эшләүҙе хуп күрәм. Был ҡатмарлыраҡ, шунда уҡ әйтәм, идара итеүҙә хатта ҡайһы бер ауырлыҡтар ҙа тыуҙыра. Әммә мин үҙ тәжрибәһе булған, вазифаһын лайыҡлы күтәргән һәм үҙаллы етәксе иңенә төрлө йөктө ҡалдыра алам, һәм улар быны йырып сығасаҡ», — тине Радий Хәбиров.

Ә тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән проблемалар һаны кәмемәй. Алда әйтелгәнсә, хәүефтәр ҙә етерлек.

Мәҫәлән, төбәктәр араһында яһалма рәүештә көнәркәшлек тыуҙырырға маташыу ярайһы уҡ етди хәүеф тыуҙыра.

Оҙаҡ йылдар дауамында деструктив көстәр туғандаш республикалар — Башҡортостан менән Татарстанды бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙы. Радий Хәбиров осрашыу барышында был мәсьәләгә ныҡлы нөктә ҡуйҙы.

«Татарстанда йылына 35-40 миллион тонна нефть табыла, ә Башҡортостанда — 11 миллион. Шуға күрә беҙҙең тулайым төбәк продукты бер нисек тә тигеҙ була алмай. Татарстандың сәнәғәт төбәге булыуын да онотмағыҙ. Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәте бар, әммә был әле аграр республика, халыҡтың күп өлөшөн ауыл ерендә йәшәүселәр тәшкил итә.

Ә был, объектив рәүештә, социаль программаларға ҙур сығымдарҙы, фермерҙарға ярҙам итеүҙе һ.б. талап итә. Бында рейтингтың эстәлеген аңлау мөһим.

Шуға күрә «баҫтырыш» уйнарға, кемдеңдер провокацияһына бирелергә кәрәкмәй. Үҙеңдең көслө яҡтарыңа, өҫтөнлөктәреңә таянып ярышырға кәрәк. Шуны әйтәм: беҙ Рөстәм Нурғәли улы (Миңлеханов – Татарстан рәйесе – автор иҫкәрмәһе) менән, ике аҡыллы кеше булараҡ, ике республика араһындағы яҡшы күршеләрсә, йылы мөнәсәбәттәргә яуаплы икәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Беҙ уның менән был турала бер ҡасан да фекер алышманыҡ, әммә мөнәсәбәттәребеҙҙең тәбиғәтен, бер-беребеҙгә булған ихтирамды, ике ҙур республикала йәшәгән халыҡтарға булған ихтирамды изге рәүештә һаҡлайбыҙ. Һәм быны һәр кем күрә ала.

Һәм, әлбиттә, тиңләшергә  кәрәк. Беҙ бөтә яҡлап та алға барырға тырышабыҙ: ресурстар өсөн дә, проекттар өсөн дә, кешеләр өсөн дә, бигерәк тә йәштәр өсөн дә.

Барыһы менән дә, барыһы өсөн дә ярышабыҙ. Был ғәҙәти күренеш», — тип үҙ позицияһын белдерҙе Радий Хәбиров.

Республикала мәғлүмәт хәүефе янаған башҡа йүнәлештәргә килгәндә, был, тәү сиратта, экологик мәсьәләләр һәм уны сәйәсиләштерергә маташыу. Шулай уҡ хәүеф аҫтында — муниципаль реформа. Һәм, әлбиттә, республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе лә деструктив көстәрҙең һөжүме аҫтында ҡала. Манипуляторҙар теләһә ниндәй мәсьәләне «милләт-ара темаға» бәйләргә тырыша: иҡтисади хәл-торошто, сәйәсәтте, хаҡтарҙы, эш хаҡын һәм башҡа күп нәмәне. Уларға ҡаршы тороуҙың төрлө рецепты бар: дәүләт органдары өсөн көнүҙәк һәм киләсәктәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса системалы эш, киң мәғлүмәт саралары өсөн — аңлатыу эштәре алып барыу, халыҡ өсөн — һәр килгән мәғлүмәткә, бәхәсле тәҡдимдәргә, әйткәйек, протест акцияһында ҡатнашыуға саҡырыуға ҡарата, тәнҡитле баһа биреү. 

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
1 из 3

ИРТӘГӘ БӨГӨНДӘН БАШЛАНА

Осрашыуҙа көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында күп әйтелде. Һуғышта унан һуң нимә буласағын уйлағандар еңә. Илдең иҡтисади хәле әлеге ваҡытта ауыр (Рәсәйҙең терәк төбәге булараҡ, был Башҡортостанға ла ҡағыла), шуға күрә әлегә ағымдағы бурыстар өҫтөнлөклө булып ҡала. Улар араһында граждандарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаиләләрен социаль яҡлау, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр, ҡышҡа әҙерлек мәсьәләләре һәм башҡалар. Әммә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөндән киләсәк өсөн эш алып барыла.

Атап әйткәндә, юл һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса ҙур пландар бар. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, әле ҙур күләмдә автобустар һатып алыу бара, уларҙың 70-кә яҡыны Өфө янындағы ауылдарға йөрөйәсәк, ә ҡайһы берҙәре дәүләт маршруты буйынса Стәрлетамаҡҡа юлланасаҡ.

Өфөнөң Көньяҡ урау юлы буйынса ҡарар ҡабул ителгән, федераль ҡаҙнанан тәүге аҡсалар алынған да инде. Артабан Рәсәйҙең иң эре юл төҙөү компанияһы менән Башҡортостандың баш ҡалаһында метро төҙөү проекты буйынса эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыла: ер тоҡомдарын өйрәнеү быны тормошҡа ашырыу мөмкин булыуын иҫбатланы. Шулай уҡ Рәсәй тимер юлдары менән Өфө тирәләй тимер юлы ҡулсаһын төҙөп бөтөү өсөн техник-иҡтисади нигеҙләү буйынса эштәр алып барыла.

Артабан Өфөләге Көрәш һарайына оҡшаш бер нисә социаль объект төҙөү планлаштырыла.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, бындай объекттар төҙөү республикала капиталлаштырыуҙы арттыра, шуға күрә бюджеттың көсөргәнешле торошона ҡарамаҫтан, уларға инвестициялар йүнәлтергә кәрәк.

Әйткәндәй, бюджет тураһында һүҙ алып барғанда, төбәк ҡаҙнаһы, республика Башлығы әйтеүенсә, башҡалары менән бер рәттән «Башнефть» компанияһының акцияһын һатыуҙан алынған аҡса менән тулыланды.

Республика Башлығы был төбәктең позицияһына ла, компанияның үҙенә лә йоғонто яһамаясағын аңлатты.

«Кешеләр быны йыш ҡына республика өсөн юғалтыу тип ҡабул итә. Әммә был финанс иҫәп-хисабы. "Башнефть" "Роснефть" составына инә, беҙ уның менән сауҙа тигеҙлеге нигеҙендә эшләйбеҙ. Бынан тыш, "Башнефть" инфраструктураһы Башҡортостанда урынлашҡан, шуға күрә нефть элеккесә эшкәртеләсәк һәм һалымдар республикаға түләнәсәк. Ә акциялар һатыуҙан килгән килем менән беҙ бер нисә финанс мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ һәм яңы объекттарға инвестициялар йүнәлтәсәкбеҙ», — тип комментарий бирҙе Радий Хәбиров һәм, Башҡортостанда бензин менән тәьмин итеүҙә ауырлыҡтар булмаясаҡ, тип өҫтәне.

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
1 из 3

КЕМ УЛ ЯҢЫ ЭЛИТА?

МХО тамамланғас, төбәктә бурыстар күләме артыуын иҫәпкә алып, осрашыуҙа ҡатнашыусылар республика иҡтисадын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса һорау бирҙе. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү университеты кафедраһы мөдире Илшат Рысаев был темаға сығыш яһап, «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашыусыларҙың шәп потенциалына шәхсән шаһит булыуын билдәләне.

Ул егеттәрҙең барыһы ла дәүләт һәм муниципаль власть органдарында эшләүгә бик ыңғай һәм позитив ҡарашта булыуын, шулай уҡ бындай эшкә яраҡлашырға һәм үҙҙәренең компетенцияларын камиллаштырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 2

«Беҙҙе, һис шикһеҙ, ҙур күләмдә эш көтә. Әлегә дүрт мең тирәһе кеше ҡайтты. Уларҙың 75% эшкә урынлашҡан. Әммә беҙҙе егеттәрҙең күпләп ҡайтыуы көтә. Улар һәр береһе беҙҙең өсөн герой, әммә һәр кеше төрлөсә. Уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, мәшғүллек үҙәктәре һәм, әлбиттә, МХО ветерандары ассоциацияһы эшләй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк властары айырыуса МХО ветерандары ассоциацияһына ҙур өмөттәр бағлай. Оҙаҡ йылдар окоптарҙа, фронт һыҙығында йәшәгәндән һуң, һалдаттарҙа иптәштәренә ҡарата ышаныс тойғоһо көслө. Тап ошо ойошмала уларҙың арҡа терәр иптәштәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, эшләй.

Улар, һис шикһеҙ, республика кимәлендә яңы элитаға әйләнәсәк. Бер нисә МХО ветераны тотош төбәктәргә, ҙур ҡалаларға етәкселек итә. Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә дүрт МХО ветераны эшләй. Күптәре яу яланында етәкселек сифаттарын үҫтергән, идара итеү һәләтенә эйә булған. Тик уларға тыныс тормошта тәжрибә тупларға кәрәк. Ә МХО ветерандары ассоциацияһы был йәһәттән ҙур ярҙамсы буласаҡ.

Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
1 из 4

ЙӘШӘРГӘ КӘРӘК!

Йәмәғәтселекте борсоған мәсьәләгә әйләнеп ҡайтҡанда, «Собкор02» гәзитенең баш мөхәррире Светлана Вәлиева республика Башлығына мөһим һорау ҡуйҙы: «Ни өсөн һеҙ беҙҙең йәмғиәтте йәлләйһегеҙ, уны асыҡтан-асыҡ күренеп торған «триггерҙар»ҙан ҡурсалайһығыҙ?»

«Мин үҙемдең фәлсәфәм тураһында күп тапҡыр һөйләнем: мин шуға ышанам, һәр кем үҙ эшен яҡшы һәм урын-еренә еткереп башҡарырға тейеш, Һалдаттар, ҡайһы берҙәре Рәсәй Президенты ҡарары буйынса, ҡайһылары өлөшләтә мобилизация буйынса хеҙмәткә алынып, ә бәғзеләре үҙ теләге-ихтыяры менән яу яланында алыша. Студенттар тырышып уҡырға тейеш, инженерҙар баш баҫып эшләргә тейеш. Етәкселәр яуаплы итеп идара итергә бурыслы. Ябай халыҡ ябай тормош менән йәшәй: ресторандарға, кафеларға, кинотеатарҙарға йөрөй, ғашиҡ була һәм башҡалар» , — тип белдерҙе Хәбиров.

Милләттең психологик торошона һөжүм итеүселәр был эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ, фейк-хәбәрҙәр, паника сәсеү юлын һайлаған, тип иҫәпләй ул. Тимәк, властың бурысы – халыҡты ҡурсалау. Ә республика һәм ил халҡының берләшеүе, нығыныуы, берҙәмлеге Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы кеүек кимәлгә етте, тип раҫлай Радий Хәбиров.

Азат МөхәмәтйәновАзат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Шамил Вәлиев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: 

«Радий Хәбировтың эксперттар йәмәғәтселеге менән даими осрашыуҙары яҡшы йола булып тора, улар ғалимдарға һәм йәмәғәтселәргә донъяның объектив картинаһын булдырыу һәм еткереү өсөн нигеҙ бирә. Илдә МХО барыуға һәм медиакиңлектә эшләүҙең шарттары үҙгәреүгә бәйле, бөтәһен дә йәмәғәтселеккә сығарыу мөмкин түгел, шуға ла ошондай осрашыуҙар мөһим. Беҙгә республика етәксеһенең пилотһыҙ хәүеф шарттарында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм бюджетты экономиялау режимы буйынса фекерҙәрен ишетеү бик мөһим ине. Йәмғиәттә йыйылып киткән һәм күҙгә күренмәгән проблемаларҙы асыҡланыҡ. Әллә ниндәй серҙәр ҙә асылманы, әммә төп мәсьәләләр буйынса кәрәкле һығымталар яһалды. Радий Хәбиров киләсәкте асыҡ күргән етәксе, шуға ла беҙ уға һуғыштан һуңғы проблемалар, артабан республиканы үҫтереү, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу буйынса һорауҙарыбыҙҙы бирҙе. Уға тиклем йыраҡ, әммә төбәк етәксеһе барыһын да уйларға тейеш». 

Азат МөхәмәтйәновАзат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Арсен Шәйәхмәтов, политолог: 

«Бөгөн төбәктәр бер нисә ҡапма-ҡаршы саҡырыуҙар шарттарында эшләй — иҡтисади үҙгәртеп ҡороу, санкциялар баҫымы, хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәр, юғары мәғлүмәт турбулентлығы һәм йәмғиәттәге эмоциональ арыу.  Бөгөнгө төбәк етәксеһенең мөһим компетенцияларының береһе — халыҡтың кәйефен тойоу, борсолоуҙы тиҙ арала еңеләйтеү, ауыр ҡарарҙарҙы аңлатыу, хәлде контролдә тотоу тойғоһон еткереү.

Шуға күрә бындай осрашыу үҙенә күрә бер күрһәткес булып тора. Эксперттар берләшмәһе – социаль көҙгө, власть уның аша йәмәғәтселектә һәм эшлекле өлкәләрҙә барған күренештәрҙе күҙәтә ала.  

Төбәк властары өсөн иҡтисади күрһәткестәре һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу динамикаһын күҙәтеү генә түгел, ә халыҡтың ышаныс кимәлен, йәмғиәттәге ҡурҡыуҙарҙы, көсөргәнеш нөктәләрен, үҙгәрештәргә ҡарата мөнәсәбәтен аңлау мөһим. Тап ошондай осрашыуҙар потенциаль хәүеф-хәтәрҙе алдан күрергә һәм идара итеү ҡарарҙарын бер аҙ көйләргә мөмкинлек бирә».

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика