Быйыл көҙ Өфөлә легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһе асылыуға 120 йыл тула. Юбилей сараларына Рәсәй, БДБ һәм мосолман илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Был турала Ғәлиә мәҙрәсәһенең юбилейына арналған түңәрәк өҫтәлдә Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин белдерҙе.
Тәлғәт Тажетдин мәҙрәсәнең ни бары 13 йыл эшләп өлгөрөүе хаҡында һөйләне. Был ҡыҫҡа ғына дәүерҙә унда күренекле шәхестәр — дипломат, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, башҡорт шағирҙары Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың башҡа күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре уҡып сыға. Белем усағының төп үҙенсәлеге шунда: уҡытыуҙа дин менән бер рәттән теүәл фәндәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Әммә 1917 йылғы Октябрь революцияһы башланыу «Ғәлиә» мәҙрәсәһе ябыла, ә уның бинаһында йәш эшселәр һәм крәҫтиәндәр мәктәбе асыла.
Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Башҡортостан Рәсәй һәм унан ситтәге мосолмандарҙың рухи мәркәзенә, дини белем үҙәгенә әүерелә. Түңәрәк өҫтәлдә «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең уңыш серҙәре хаҡында күп әйтелде. Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин белем усағының тиҙ арала уңышҡа өлгәшеүенең сере иң тәүҙә мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусы, мәғрифәтсе Зыя Камалиҙың шәхесенә бәйле булыуын телгә алды.
«Зыя Камали илебеҙ тарихында иң бөйөк дин белгестәренең береһе булып иҫәпләнә. Ул һәм шул дәүерҙең башҡа дин әһелдәре Башҡортостанда ғына түгел, Урта Азияла һәм Кавказда кадрҙар әҙерләүгә үҙ өлөшөн индерә, улар араһында илебеҙҙә мосолмандарҙың рухи һәм ижтимағи тормошона ғәйәт ҙур йоғонто яһаған лайыҡлы ғалимдар күп», — тине Тәлғәт Тажетдин.
Педагогия фәндәре докторы, профессор Таһир Әминов «Ғәлиә» мәҙрәсәһе уҡытыу алымдары менән алдынғы булыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, белем усағында бик көслө уҡытыусылар коллективы булған, үҙҙәре китаптар, методик ҡулланмалар яҙған. Төплө, фәнни нигеҙле китаптар хатта юғары уҡыу йорттарында ҡулланылған, тип асыҡланы профессор. Мәҙрәсәлә дин менән бер рәттән теүәл фәндәр ҙә өйрәнелгән. Уҡыу программаһына математика, география, тәбиғәтте өйрәнеү, астрономия кеүек фәндәр индерелгән. Мәҙрәсәнең үҙ гәзите булған, бында кистәрен талантлы шәкерттәр төрлө тамаша ойошторған. Шуға күрә Рәсәйҙән һәм күрше илдәрҙән мосолмандар «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем алыуға ынтылаған.
1989 йылда коммунистик идеология тарҡалып, дингә ҡаршы сикләүҙәр бөтөрөлгәс, «Ғәлиә» мәҙрәсәһе ҡайтанан тергеҙелә. Йәнә уҡыу йорто Рәсәйҙең дини белем биреү үҙәктәренең береһенә әүерелә. СССР министрҙар кабинетының дин эштәре буйынса совет ҡарары нигеҙендә Өфөлә Европа СССР һәм Себер мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы беренсе юғары уҡыу йорто — имамдар һәм дин әһелдәре әҙерләү буйынса ике йыллыҡ мәҙрәсә асыла.
2001 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең бинаһы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына ҡайтарыла. Шулай итеп, абруйлы уҡыу йорто буласаҡ Рәсәй ислам университеты менән берләшә.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бина төҙөкләндерелә, яңы йыһаздар һатып алына, белем биреү эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн кәрәкле матди-техник ресурстар, инфраструктура булдырыла. Бында Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге ислам институты күсерелә. Тиҙҙән институттың йылдам үҫеше Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетына булдырырға мөмкинлек бирә.
Һуңғы ике тиҫтә йылда «Ғәлиә» совет осоронда һаҡланып ҡалған мәҙрәсәнән ҙур университетҡа тиклем үҫеп, Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең мосолман ойошмалары өсөн 1000-дән ашыу имам-хатип әҙерләгән тәүге юғары уҡыу йортона әүерелә.
Бөгөн мәҙрәсә-университет алдында мөһим бурыстар тора. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев төбәктә урындағы мосолман ойошмалары өсөн кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелеүен билдәләне. Уның әйтеүенсә, йылына 100-ҙән ашыу белгес талап ителә, ә дини уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың яҡынса яртыһы ҡатын-ҡыҙ.
Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин был теманы дауам итеп, республикала мәҙрәсә тамамлаған имамдарҙың күпселеге оло йәштә булыуын, йәш дин әһелдәренең етешмәүен билдәләне.
«Совет осоронда Башҡортостанда ни бары 16 мәсет ине, шул ваҡыттан алып хәҙер улар 1500-гә тиклем артты. Беҙгә кадрҙар кәрәк, бында экстремистик һәм радикаль хәрәкәттәр таралмаһын өсөн беҙҙең ойошмаларҙа хеҙмәт итә алырлыҡ кадрҙар әҙерләргә кәрәк», — ти Тәлғәт Тажетдин.
Әйткәндәй, йәш кадрҙар әҙерләү өсөн «Ғәлиә мәҙрәсәһенең тарихи бинаһында капиталь ремонт үтәсәк, бынан тыш, яңы корпус төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Рәсәй ислам университеты ректоры Ғүмәр Тажетдинов белдерҙе.
«Беҙҙең Рәсәй ислам университеты «Ғәлиә» мәҙрәсәһе тарафынан булдырылған дини белем биреү традицияларын дауам итә һәм Рәсәйҙә иң яҡшы биш ислам университеты иҫәбенә инә», — тине Ғүмәр Таджуддинов.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.