Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V Медиафорумының пленар ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәрен Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Телевидение һәм радио ветераны, «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының радиотапшырыуҙар хеҙмәте программаһының билдәле алып барыусыһы Наилә Ғәләүетдиноваға – Салауат Юлаев ордены, «Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының яуаплы секретары Мәүлиҙә Яҡуповаға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы тапшырылды. «Башҡортостан» Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалының тауыш режиссеры Миләүшә Ярышева Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
«Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллинаға, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәтенең медиадиректоры Марсель Байдәүләтовҡа, «Аргументы и факты» гәзитенең баш мөхәррире Лиза Вәлиеваға, республика сараларын һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының иртәнге программаларын алып барыусы Лилиә Ҡурамшинаға һәм башҡаларға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Маҡтаулы исемде тапшырыу өсөн Мәскәүҙән «Башҡортостан» ТРК-һы телевидение студияһы мәғлүмәт программаларының төп редакцияһының хәбәрселәр пункты хәбәрсеһе Гөлнара Абдурахманова килгәйне.
«Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең телевидение студияһы редакцияһы мөхәррире Зөһрә Владимирова һәм «Башҡортостан» ТРК-ның телевидение студияһы комментаторы Гөлфиә Назарова Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында «Башинформ» хеҙмәткәрҙәре лә бар ине. Агентлыҡтың баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Горюнова күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм дәүләт сәйәсәтен мәғлүмәт йәһәтенән тәьмин итеүе өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ижтимағи электрон гәзит хәбәрсеһе Дарья Святохинаға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
«Башинформ» агентлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрсеһе Ләйсән Закирова намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.