07:35 (UTC+5), 16 Июня 2026

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итә. Бөгөн Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиайыйында республика хөкүмәте вице-премьеры Олег Ли ошо турала белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Олег Ли Башҡортостан медиаберләшмәһе вәкилдәренең иғтибарын яһалма интеллекттың мәғлүмәтте ҡабул итеүгә йоғонтоһона йүнәлтте. Бөгөн журналистика, башҡа күп тармаҡтар кеүек үк, заманса технологиялар йоғонтоһона бирелә һәм журналист һөнәренең нисек ҡоролоуы шуға бәйле, тип билдәләне ул.

«Граждандарыбыҙҙың 40% яҡыны ысын яҙмаларҙы дипфейктарҙан айыра белә. Уларҙың өлөшө йылдан-йыл кәмей бара. Быға төрлө аңлатмалар бар. Технологияларҙың үҫеше, тәнҡитле фекерләү кимәленең түбәнәйеүе. Бынан тыш, интернеттағы бөтә текстар ҙа тиерлек яһалма интеллект ярҙамында төҙөлгән. Шуға ҡарамаҫтан, яңы технологияларға ыңғай ҡарарға тейешбеҙ. Тиҙ генә текст яҙа, интервью эшләй алаһығыҙ. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: яһалма зиһен факттарҙы тикшерергә, контексты тойорға өйрәнмәгән.

Шуға бәйле беҙгә өс төп принципты тәьмин итергә кәрәк. Беренсеһе – асыҡлыҡ. Контенттың һәр ҡулланыусыһы текстың төп нөсхәме, юҡмы икәнен белергә тейеш. Бында ҡулланыуҙы сикләү тураһында һүҙ бармай, ә мәғлүмәтлелек кимәле хаҡында ғына.

Икенсеһе – авторлыҡты яҡлау. Һәр текст һәм мәҡәлә – журналистың күп сәғәтлек хеҙмәте, тиҫтә йылдар тәжрибәһе, белеме. Авторҙарға кире йоғонто яһаған тәжрибәләрҙе бөтә ысулдар менән сикләргә тейешбеҙ.

Һәм, ниһайәт, өсөнсөһө – экспертиза. Коллегалар, һүҙ һеҙҙең экспертиза тураһында. Бөгөн мәғлүмәткә ҡытлыҡ йәки уны алыу тиҙлеге менән проблемалар юҡ. Минеңсә, беҙ тәрәнлеккә ҡытлыҡ кисерә башларбыҙ. Оҙаҡламай анализ яһай, аңлата белгән ысын профессионалдарҙың квалификацияһы төп ҡиммәткә әүерелер тип ышанам.

Яһалма интеллект көндәлек эшегеҙҙә ярҙам итһен, ә һеҙ, коллегалар, йөкмәтке менән шөғөлләнегеҙ», – тине Олег Ли.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика