Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге һәм БСТ телеканалы берлектәге «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты сиктәрендә республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғаян Лоҡманов исемендәге премиялар лауреаты Алик Шакиров хаҡында һөйләне.
Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Ленинец», «Советская Башкирия» республика гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире, Башҡортостан профсоюздары өлкә советында рәйес ярҙамсыһы булып эшләй. 1990 йылдар башында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм президенты матбуғат хеҙмәттәренең беренсе етәксеһе.
1996 йылдан алып «Башинформ» агентлығында эшләй. 2010 йылға тиклем – мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе һәм генераль директор урынбаҫары, 2010 йылдан – баш мөхәррир урынбаҫары. 2019-2020 йылдарҙа – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 2022 йылда «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Алик Шакиров яҙыусы һәм башҡорт теленән руссаға тәржемәсе булараҡ та билдәле. Уның «Мой Кужанак», «Новости — наша профессия», «Прощание смуглянки» китаптары донъя күрҙе, Ғаян Лоҡмановтың «Ҡояш сығыр алдынан» романын рус теленә ауҙарыусы ла ул.
Ил президенты Владимир Путиндың указы менән Алик Шакировҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән исем бирелде. Был абруйлы награданы уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.