Гөлдәр Шәмгунова менән Ишэнь Чжаоның тарихы илебеҙҙә – Халыҡтар берҙәмлеге йылы, ә республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән йылда дауам итә. Уларҙың ғаиләһе мөхәббәт тел, мәҙәни, географик сиктәрҙе белмәй тигәнгә иң яҡшы дәлил булып торалыр, моғайын.
Гөлдәр Шәмгунова Һамар өлкәһендә башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары ғаиләһендә тыуып үҫкән. Өлкән кластарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡый, һуңынан Өфөлә юғары уҡыу йортон тамамлай, Өфө халыҡ-ара аэропортында эшләй, һуңынан Мәскәүгә күсеп китә.
Ишэнь Чжао иһә Харбиндан, ләкин беҙҙең илде рәсәйҙәргә ҡарағанда яҡшыраҡ беләлер, моғайын. Ул 12 йылдан ашыу бында йәшәй, русса иркен һөйләшә, бер ваҡыт хатта башҡорт телен өйрәнеү теләге барлыҡҡа килә.
Улар 2020 йылда интернет аша танышҡан, икеһе лә телде шымартыу өсөн әңгәмәселәр эҙләгән. Гөлдәр башҡортса пост күргән дә ғәжәпкә ҡалған: ҡытай егете уның туған телен ҡайҙан белә икән? Асыҡланыуынса, Ишэнь нефть ятҡылыҡтарында эшләгән, шулай уҡ башҡорттар, татарҙар менән йыш аралашҡан.
«Тәүге осрашыуҙа машинала Мәскәү буйлап йөрөнөк һәм уның яратҡан йырсылары Радик Юлъяҡшиндың, Илнур Юламановтың йырҙарын тыңланыҡ. Уның башҡорт телендә йырлауына һәм мәҙәниәтебеҙ тураһында күп нәмәләр белеүенә таң ҡалдым. Шул саҡта яҙмыш беҙҙе осраштырғанын аңлағанбыҙҙыр, моғайын», — тип иҫенә төшөрә Гөлдәр.
Улар араһында бер ниндәй ҙә тел кәртәләре юҡ. Ишэнь русса яҡшы һөйләшә, Гөлдәр ул ваҡытта ҡытай телен өйрәнә башлаған була. Хәҙер уларҙың йортонда өс тел – рус, ҡытай һәм башҡорт телдәре яңғырай. Гөлдәрҙең ата-әсәһе кейәүҙәрен башҡорт теленең нескәлектәренә төшөндөрә, ә Ишэндең ата-әсәһе килендәренә ҡытай телен үҙләштерергә ярҙам итә.
— Иремдең яратҡан һүҙҙәре? «Шулай шул», — тип көлә Гөлдәр.
Хәҙер ғаилә ике ил – Рәсәй менән Ҡытай араһында йәшәй. Гөлдәр әйтеүенсә, Ишэнь – асыҡ күңелле һәм хисле кеше, тыйнаҡ ҡытайҙар тураһындағы стереотипҡа бөтөнләй тап килмәй.
«Ул бик аралашыусан, тиҙ генә яңы дуҫтар таба. Тәүге тапҡыр Башҡортостанға килгәс, уны хатта беҙҙең яҡ кешеһе тип ҡабул иттеләр», — тип һөйләй ул.
Уны республикабыҙҙа төрлө милләттәрҙең дуҫ йәшәүе, ә мәҙәниәттең һәм йәшәү стиленең Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ныҡ айырылыуы ғәжәпләндерә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт мәҙәниәте уға бик яҡын тойола.
«Башҡорттар, ҡытайҙар кеүек үк, ҡунаҡсыл, аралашыусан, бүләктәр бирешергә һәм сәй эсергә ярата», — ти Ишэнь.
Әйткәндәй, сәй тураһында. Ишэндең тыуған яғында, Ҡытайҙың төньяғында, сәйҙе үҙен генә эсәләр. Гөлдәр әйтеүенсә, хәҙер ире рәхәтләнеп уны төрлө тәм-том эсә икән. Уларҙың икеһенә лә һөтлө Гонконг сәйе оҡшай, был ҡаты эсемлек башҡорт сәйе тәменә оҡшаш.
Уларҙың ғаиләһендә аш-һыу бүлмәһендә ир-егет баш. Күп кенә ҡытай ғаиләләрендәге кеүек, уларҙа ла шулай ҡабул ителгән. Ишэнь оҫта итеп бешерә. Ул төрлө аш-һыу, хатта бишбармаҡ әҙерләй. Башҡорт аш-һыуының рецебын ул Илнур Юламановтың клибында күреп ҡалған һәм хәҙер уны үҙе әҙерләй. Гөлдәр ҡытай кухняһын да үҙ итә, хәйер, әсе ризыҡтарға өйрәнә генә.
«Беҙҙең йортта башҡорт йырҙары йыш яңғырай һәм һәр ваҡыт тәмле ризыҡ еҫе сыға», - ти Гөлдәр.
Ғаилә байрамдары ла уртаҡ: Рәсәй һәм Ҡытай Яңы йылын билдәләйҙәр. Гөлдәрҙең ғаиләһендә Яңы йылға һәр саҡ билмән яһағандар, асыҡланыуынса, ҡытайҙарҙың ғаиләһендә лә шундай уҡ традиция. Ҡәйнәһе йомортҡа, креветка, урман йыуаһынан эслек менән билмән яһарға өйрәткән. Гөлдәрҙең ата-әсәһе ҡунаҡҡа килгән һайын уларҙың өҫтәлендә тап ошо ризыҡтар.
«Беҙ бер-беребеҙҙең мәҙәниәтен шул тиклем яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, быны ҡабул итеү йәһәтенән бер ҡасан да ауырлыҡтар тыуманы», — ти ул.
Ишэнь бөтә Рәсәйҙе тиерлек урап сыҡҡан, ә бына тыуған иленең күп кенә ҡалаларында булғаны юҡ. Гөлдәр быға ныҡ ғәжәпләнгән. Хәҙер, пандемия артта ҡалғас, улар Ҡытай буйлап сәйәхәт итергә ярата, һәм ире уны ғорурланып тыуған төйәге менән таныштыра.
Уларҙың йортонда «ике мәҙәниәт» юҡ. Йыр-моң, сәй, өс тел һәм бер-береһенә һөйөү тойғоһо ғына.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.