Эксклюзив
11:57 (UTC+5), 29 Мая 2026

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған балалар байтаҡ. Уларҙың береһе – Өфөнән 24 йәшлек Зарема, ул тыуғандан алып ВИЧ менән йәшәй. Хәүефле вирус уға әсәһенән күскән.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ
Галина Бахшиева

Өфө ҡыҙының бала саҡтан уҡ ВИЧ-инфекция менән нисек йәшәүе һәм бәхетле булыу өсөн нимә кәрәклеге хаҡында беҙҙең интервьюла уҡығыҙ.

— Зарема, йыш ҡына кешеләр ВИЧ тураһында белгәс тә был сирҙе хөкөм ҡарары тип ҡабул итә. Ә һин ғүмер буйына ошо диагноз менән йәшәйһең. Әйт әле, был ысынлап та шулай ҡурҡынысмы?

— Юҡ, ҡурҡыныс түгел. Эйе, мин тыуғандан бирле ВИЧ менән йәшәйем. Миңә 24 йәш. Белемем буйынса умартасы. Әле декрет ялындамын. Тормош иптәшем менән ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. ВИЧ менән йәшәргә мөмкин һәм кәрәк тә, тип әйтә алам. Иң мөһиме – терапия ҡулланырға, көн һайын дарыу эсергә кәрәк, шул ғына. Бер ҡатмарлығы юҡ.

— Һин тыумыштан ВИЧ менән йәшәйем, тинең. Йәғни вирусты һиңә әсәйең йоҡторғанмы?

— Эйе. Мин балалар йортонда үҫтем, әсәйем менән йәшәмәнем. Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәге педиатры Изолина Риф ҡыҙы Биглова мине бала саҡтан уҡ күҙәтте. Хәҙер минең кескәй ҡыҙым уның күҙәтеүендә. Шулай тейеш – ВИЧ-инфекциялы әсәнең балаһын йәш ярымға тиклем тикшереп торорға кәрәк.

— Ирең менән йөклөлөктө планлаштырғанда балаң ҡасандыр һинең кеүек ВИЧ-инфекциялы булып тыуыр тип ҡурҡманыңмы?

— Ҡурҡыу тойғоһо булды, әлбиттә. Ләкин мин терапия ҡулланһам, һау-сәләмәт бала табыу мөмкинлеге юғары булыуын белә, иҫемдә тота инем. Өҫтәүенә, мин йөккә ҡалыуҙы алдан планлаштырҙым, уға әҙерләндем. Әле ҡыҙыма йәш ярым, ул һау-сәләмәт. Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: ҡыҙым һау-сәләмәт, сөнки мин даими рәүештә антиретровируслы терапия ҡулландым. Әйткәндәй, тәжрибәле педиатр Изолина Биглованың минең кеүек ВИЧ-ты әсәһенән йоҡторған пациенттары бар. Белеүемсә, уларҙың барыһы ла һуңынан һау-сәләмәт балалар тапҡан.

— Был нисек тәьмин ителә? Бының өсөн табиптар нимәләр эшләй?

— Йөклөлөк осоронда ла дарыуҙар эсеүемде туҡтатманым. Ҡыҙым тыуғас, профилактика өсөн уға махсус тамыҙмалы дарыуҙар тәғәйенләнеләр. 1,5 айҙан һуң уны тикшерҙеләр, хәҙер беҙ даими рәүештә анализдар биреп торабыҙ. Тиҙҙән уға йәш ярым була һәм беҙ һуңғы анализдар тапшырабыҙ. Кире һөҙөмтә булыр тип ышанам, һәм беҙ ирем менән «ҡыҙыбыҙ ысынлап та һау-сәләмәт» тип әйтә алырбыҙ. 

— Ә ирең сәләмәтме?

— Эйе. Уға үҙемдең диагнозым, ВИЧ-статус хаҡында әйткәс, ул быны тыныс ҡабул итте. Анализдар тапшырҙы – барыһы ла яҡшы. Йөклөлөктө бергә планлаштырҙыҡ.

— Күптәр партнерына үҙенең ВИЧ-статусы хаҡында әйтергә ҡурҡа. Һин нисек әйтергә булдың?

— Нисек әйтмәйһең? Дөрөҫөн белергә тейеш. Ул бит минең ирем, беҙ – ғаилә, бер бөтөн.

Элегерәк антиретровируслы терапия ҡатыраҡ булған, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

— Эйе! Бәләкәй саҡта көнөнә бер нисә төймә дарыу эсергә тура килә торғайны. Был бик уңайһыҙ ине. Ә хәҙер көнөнә бер генә таблетка. Медицина бик алға китте. Был, һис шикһеҙ, бик ҡыуаныслы күренеш.

— Ошо йылдар дауамында һин көн дә дарыу эстеңме, бер тапҡыр ҙа онотманыңмы?

— Эйе, көн дә. Дарыуҙы эсергә оноторға ярамай, һинең сәләмәтлегең, киләсәгең һәм буласаҡ балаларыңдың һаулығы шуға бәйле, тип бала саҡтан башыма һеңдерҙе Изолина Риф ҡыҙы. Мин быны яҡшы үҙләштерҙем. Мин бик яуаплы кеше. Дарыуҙы ваҡытында эсәм, республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә эшләгән яҡшы белгестәрҙә даими тикшерелеп торам.

Әйткәндәй, унда ысынлап та профессионалдар эшләй. Табиптар һәр саҡ бәйләнештә. Һине ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға яуап бирәләр, ныҡ ярҙам итәләр. Бының ҡәҙерен беләм. Унда хеҙмәткәрҙәр яҡшы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл. Айырыуса балаларға ҡарата. Беҙҙә шундай кешеләрҙең булғаны өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә.

— Республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә ВИЧ-инфекциялы пациент ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала?

— Белгестәр күҙәтеүендә булыу. Әйткәнемсә, ярҙам гарантиялана. Унда төрлө профилдәге бик күп белгестәр эшләй, шуға күрә ВИЧ-инфекциялы һәр пациент квалификациялы ярҙамға иҫәп тота ала.

Иң мөһиме, кешелә ВИЧ менән йәшәүе мөмкин түгел тигән уй булмаһын. Бының менән йәшәргә һәм хатта сағыу тормош алып барырға, һау-сәләмәт балалар табырға була.

— Үҙенең ВИЧ статусы ыңғай икәнен белгәс, балаһын алдырырға уйлаған йөклө ҡатын-ҡыҙға ниндәй кәңәш бирер инең?

— Беренсенән, паникаға бирелмәҫкә һәм СПИД үҙәгенә барырға. Унда терапевт та, йөклө ҡатындар менән эшләгән гинеколог та бар. Ярҙам итерҙәр. Терапия ҡулланһаң, сәләмәт бала табыу мөмкинлеге ҙур. Мин – асыҡ миҫал. Ғәҙәти тормош алып барам, бәхетле ҡатын һәм әсә.

— Һин ВИЧ сирлеләр өсөн ярҙам күрһәтеү төркөмдәренә йөрөйһөңмө? Белеүемсә, хәҙер ундайҙар аҙ түгел, шул иҫәптән Өфөлә лә.

— Юҡ. Миңә ул кәрәкмәй. Минең ғаиләм бар. Ул минең терәгем.

— Нисек уйлайһың, бөгөн төп проблема дауалауҙа түгел, ә башталыр?

— Эйе. Күптәр ҡурҡа, быны тағун кеүек үлемесле һәм йоғошло тип уйлай. Ысынында иһә терапия ҡулланғанда вирус енси юл менән дә күсмәй. Ләкин кешеләр элекке стереотиптарҙан ҡотола алмай. Шуғ берәйһе уҡыһын, ҡурҡыу хисен еңһен өсөн интервьюға ризалаштым.

— Ирең менән икенсе бала тураһында хыялланаһығыҙмы?

 — Әлегә юҡ. Иртәрәк. Башта ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләп үҫтерергә кәрәк.

— Үҙенең диагнозы тураһында яңыраҡ ҡына белгән кешеләргә ниндәй кәңәш бирә алаһың? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

— Миңә ҡарағыҙ. Миңә 24 йәш. Мин – ир ҡатыны һәм әсәй. Мин ВИЧ менән тыуғанмын, балалар йортонда үҫкәнмен, ә хәҙер минең үҙ ғаиләм һәм һау-сәләмәт балам бар. Был диагноздан ҡурҡмағыҙ. Антиретровируслы терапияны бушлай алырға һәм сәләмәт кеше булырға мөмкин. Быларҙың барыһы ла реаль. Көнөнә бер таблетка –  бәхет хаҡы түгел. Был таблетка ғына. Йәшәргә мөмкин. Һәйбәт йәшәргә мөмкин.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика