10:14 (UTC+5), 28 Мая 2026

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы — ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»

Өфөлә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары өсөн форум асылды.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 28 майҙа, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында алтынсы тапҡыр «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы башланды. Был республиканың ҡатын-ҡыҙҙарға, ғаиләгә, әсәлеккә, сәләмәтлеккә, мәғарифҡа ярҙам итеүгә һәм кеше тураһында хәстәрлек күреү мәҙәниәтен булдырыуға йүнәлтелгән күләмле проекттарының береһе. Ошо йылдар эсендә проект саралар серияһы ғына түгел, ә дәүләт структураларын, йәмәғәт ойошмаларын, медицина берләшмәләрен, эксперттарҙы, бизнес, мәҙәниәт, мәғариф һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен төп ҡиммәт – кешенең йәшәү сифаты тирәләй берләштергән экосистемаға әүерелде.

«Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова быйыл төп тема итеп сәнғәтте һайлауҙары тураһында һөйләне.

Һәр ваҡыттағыса сараның ҡунаҡтарын һәм унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ошо бер нисә йылда «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» республиканың күләмле һәм танылыу яулаған йәмәғәт проекттарының береһенә әүерелде, тип билдәләне ул. Проект тотош республиканан тиҫтәләрсә мең кешене берләштерҙе.

«Ир-егеттәрҙең миссияһы – ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау. Улар беҙгә ярҙам итә, улар ир-егеттәр өсөн күп нәмә эшләй. Улар беҙҙе әхлаҡи, физик, эмоциональ яҡтан нығыта. Беҙ улар хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш, сөнки улар – беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар. Шуны ла әйткем килә: һәр ғаилә үҙенең ҡағыҙға яҙылған теләктәрен үтәһә, шәп булыр ине.
Һеҙгә бер осраҡ тураһында һөйләмәксемен. «Шеф» позывнойлы яҡташыбыҙ уңышлы эшҡыуар булған, кибет тотҡан, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Ике йыл элек Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итергә тигән ҡарарға килгән. Бөгөн ул хәрби госпиталдә ашнаҡсы. Уның күңелен һалып бешергән аштары һәм бутҡалары яугирҙәргә тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Беҙҙең яугирҙәрҙең әсәйҙеке кеүек өй туҡмасын ныҡ яратҡанын беләһегеҙме? «Шеф» бешерһә, улар көн дә ашарға әҙер. «Асы» позывнойлы яҡташыбыҙ уның тәмле аш-һыуын ауыҙ иткәс, уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Хәҙер улар ир менән ҡатын. Ир-егеттең йөрәгенә юл – ашҡаҙан аша, тип тиккә генә әйтмәйҙәр», — тине Радий Хәбиров.
Валерий Шахов |  «Башинформ»Валерий Шахов |  «Башинформ»
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы ҡунаҡтары – актер Сергей Безруков, алып барыусы Юлия Барановская, Дәүләт Думаһы депутаты Марина Ким, психология докторы Виктория Шиманская, шулай уҡ йырсы, композитор, шағирә, телевидение алып барыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Анита Цой. Йырсыға республиканың юғары дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтеБашҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика