

Нефтекамала сәнәғәт производствоһы ышаныслы үҫешә, ҡала мөхитендә сифатлы үҙгәрештәр күренә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған аҙнала муниципалитеттың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмәгә йомғаҡ яһағанда ошо турала белдерҙе.
Ҡаланың төп предприятиелары, шул иҫәптән «НЕФАЗ» тотороҡло эш темптарына сыҡты. Былтыр автомобиль заводындағы ауырлыҡтарҙы уңышлы еңеп сыҡтыҡ, тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Нефтекамала уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса программаларҙы финанслау һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Һуңғы йылдарҙа ҡала күләмле үҙгәртеп ҡороуҙар булды: үҙәк урамдар төҙөкләндерелде, ағастар ултыртылды һәм йәшелләндерелде, заманса тематик аллеялар төҙөлдө.
Радий Хәбиров Нефтекама хакимиәтен төбәктең башҡа муниципалитеттарына өлгө итеп ҡуйҙы. Ул район һәм ҡала башлыҡтарын тематик аллеялар булдырыу һәм йәмәғәт киңлектәрен комплекслы төҙөкләндереү тәжрибәһен әүҙемерәк индерергә саҡырҙы.
Бынан алдараҡ республика етәксеһе Нефтекама ҡалаһын төҙөкләндереү барышы менән танышҡайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.