

«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы Д.С. Лихачев исемендәге Милли премияға лайыҡ булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашты.
«Шүлгәнташ» «Милли ҡаҙаныш» номинацияһында еңеүгә өлгәште. Хәбиров һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең төп музейҙары – «Петергоф», «Бородинское поле», «Сталинград һуғышы» музей-ҡурсаулыҡтары һәм башҡалар Бөрйән районы проектының конкурентары булды. Конкурсҡа бөтәһе меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
«Республиканың еңеүе шуның менән ҡәҙерле! Беҙҙең «Шүлгәнташ» музейы – Рәсәйҙә палеолит дәүеренең мәмерйә ҡаяһына төшөрөлгән һүрәттәренә арналған тәүге һәм әлегә берҙән-бер музей. Был һүрәттәрҙең йәше — 16,5-20,5 мең йыл. Былтыр улар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Барыһын да иҫ киткес шәп музейыбыҙҙы килеп күрергә саҡырам», — тине республика етәксеһе.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында биш ғәжәйеп факт менән уртаҡлашты.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.