06:45 (UTC+5), 21 Мая 2026

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу темптары буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Төбәктә 2022 йылдан алып 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған.

Фото: «Башинформ» | архив
Гөлфиә Акулова

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Милли именлек фондынан льготалы займ һәм федераль бюджет ярҙамы менән коммуналь инфраструктураны яңырталар. Бөгөнгө көнгә округта әлеге программалар буйынса 1000-гә яҡын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты сафҡа индерелгән.

Башҡортостан модернизациялау темптары буйынса Волга буйы федераль округы лидерҙары иҫәбенә инә. 2022 йылдан алып республикала 269 километр инженер селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылған.

«Коммуналь инфраструктураны яңыртыу – мөһим социаль бурыс. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын тәртипкә килтермәйенсә, селтәрҙе яңыртмайынса тороп, яңы торлаҡ, социаль объекттар төҙөлөшөндәге уңыштарыбыҙ уңайлы шарттар һәм ышаныс бирмәйәсәк. Тотош илдә ошондай эштәр алып барыла. Шул иҫәптән Волга буйы федераль округында 2022 йылдан Милли именлек фонды аҡсаһы һәм федераль ҡаҙна ярҙамы менән 982 коммуналь объектта эштәр тамамланған, шул иҫәптән 1660 километрға яҡын инженер селтәрҙәрендә», – тине Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика