06:17 (UTC+5), 19 Май 2026

Башҡортостандың Заря ауылында яңы мәсет асылды

Архангел районы Заря ауылының яңы мәсетендә беренсе аҙан яңғыраны.

Фото: Айрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | Вк
Альмира Давлетбаева

Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, иман йортон асыу идеяһын Фәнис Ишмөхәмәтов тәҡдим иткән, был башланғысты туғандары Абдуллиндар хуплап сыҡҡан.

Мәсет биш йыл элек төҙөлә башлаған. Ошо ваҡыт эсендә Заря халҡы был изге проектты бойомға ашырыуға хәленән килгәнсә өлөш индергән.

«Мәсетте асыу тантанаһының ике бөйөк мосолман байрамы, мосолмандарҙың изге Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары араһында үтеүе айырыуса символик мәғәнәгә эйә», – тип билдәләне район башлығы һәм ауыл халҡына ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләне.

Айрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | ВкАйрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | Вк
Фото: Айрат Сәйетғәлиндең сәхифәһе | Вк
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика