11:14 (UTC+5), 19 Мая 2026

Башҡортостан етәксеһе Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы лабораторияһында трек системаһы менән танышты

Бөгөнгө көндә был Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ошондай берҙән-бер трек системаһы иҫәпләнә.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтеАзат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

19 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13-сө ҡала клиник дауаханаһының II кимәлдәге үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы мөмкинлектәре менән танышты. Башҡортостанда лаборатор тикшереүҙәр өсөн пробиркаларҙы анализаторҙарға автоматлаштырылған бүлеү системаһы тәүге тапҡыр 2025 йылда Республика клиник дауаханаһында индерелде.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренсә, төбәктә лаборатория хеҙмәтенең өс кимәлле заманса моделе булдырылған. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 109 лаборатория эшләй. Технологик процестарҙы автоматлаштырыу етештереүсәнлекте күтәрергә, тикшереүҙәр сифатын контролдә тоторға мөмкинлек бирә, тине министр.

Республика медик-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов 13-сө дауахана лабораторияһында DXA50 автоматлаштырылған линияһы сорттарға айырыу, биоматериалдарҙы һыуытыу һәм архивҡа һалыуҙы үҙ эсенә алыуы хаҡында һөйләне. Әлеге көндә был – Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ошондай берҙән-бер трек системаһы. Система 40 процентҡа тиерлек тикшереү эштәрен башҡарыу ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы лабораторияһында 178 кеше, шул иҫәптән юғары белемле 44 белгес эшләй. 2025 йылда 205 берәмек ҡорамал ярҙамында 15,4 миллион тикшереү башҡарылған. Лабораторияға республиканың 18 медицина ойошмаһынан биоматериалдар ебәрелә.

«Был система беҙгә хаталарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Бында анализаторҙар яҡшыраҡ, шуға дөрөҫөрәк прогноз һәм анализ бирә. Икенсеһе – тиҙлек, бер сәғәттән системаға анализ мәғлүмәттәре ебәрелә башлай. 13-сө дауахананың һәм Республика клиник дауаханаһының лабораториялары тотош республиканың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе. Хәҙер бында система тәүлегенә 10 меңгә тиклем анализды тикшерә, 20 меңгә лә етәлер, бәлки. Йәғни беҙҙең киләсәккә нигеҙ бар әле. Был иһә һаулыҡ һаҡлау системаһында инновациялар тип атала», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика