Эксклюзив
09:43 (UTC+5), 13 Мая 2026

Биш йыл балаһы булмаған яҡташыбыҙ 11 сабыйға ғүмер бүләк иткән

Бөрйән районынан күп балалы әсә Эльвира Фәхрийәнованың һоҡланғыс ғаиләһе хаҡында бәйән итмәксебеҙ.

Фото: Айзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивы
Наталья Овчарук

Тыйнаҡ һәм артыҡ һүҙсән булмаған Эльвира үҙе лә ишле ғаиләлә үҫкән. Ул һәр ваҡыт балалар хаҡында хыялланған. Ике тиҫтә йыл элек үҙенең тыуған Асҡар ауылында һауынсы булып эшләгән, ғүмерлек йәре, Ишкилде исемле ҡап-ҡара сәсле сибәр егетте лә бында осратҡан.

«Мин шунда уҡ уға күҙ һалдым. Бер йыл тирәһе осрашып йөрөнөк тә өйләнештек ...», - ти ғаилә башлығы.

Ләкин йәштәрҙең оҙаҡ балалары булмай. Беренсе балаһын улар биш йыл буйына көтә, ниһайәт, 2002 йылда Айзилә исемле ҡыҙсыҡ донъяға килә.

«Әсәйем йөккә ҡалғас, ошолай зарығып көткәндән һуң Хоҙай күпме сабый бирә, бөтәһен табам тип ант иткән. Хәҙер беҙ ғаиләлә 11 бала», - тип һөйләй 24 йәшлек Айзилә.

Өлкән ҡыҙы Белорет медицина колледжында урта махсус белем алып, хәҙер тыуған Брәтәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләй. Буш ваҡытында туғандарын һәм заказ биреүселәрҙе тәмле торттар, бәлештәр бешереп ҡыуандыра.

Ике йылдан Эльвираның икенсе ҡыҙы Дилә тыуа. Бөгөн Стәрлетамаҡтың 62-се балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Һуңынан өсөнсө ҡыҙы Әлиә донъяға килә. 19 йәшлек ҡыҙ Стәрлетамаҡ күп профилле колледжында уҡып йөрөй. Банкир булырға теләй.

2010 йылда Фәхрийәновтарҙың көтөп алған улдары тыуа. Малайға исемде бөтә ғаилә менән һайлайҙар. Ишморат Стәрлетамаҡ политехник колледжында урта махсус белем ала.

Илмир – Фәхрийәновтарҙың бишенсе балаһы. Йыр-моңға һәләтле. Ул Ишембайҙа башҡорт гимназия-интернатының һигеҙенсе класын тамамлай, бер юлы ике музыка ҡоралында –  ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә.

13 йәшлек Азалия, 11 йәшлек игеҙәктәр Илзидә менән Гөлзидә, 10 йәшлек Инсаф, 8 йәшлек Нурислам Брәтәк мәктәбендә уҡый. Быйыл уларға алты йәшлек Динислам да ҡушыла, уның тиҙҙән балалар баҡсаһында тәүге сығарылыш кисәһе була.

Ишле ғаиләлә бер кемдә тик ултырмай, барыһы ла эш менән мәшғүл. Өлкәндәр уҡый ҙа, эшләп тә йөрөй, ә кескәйҙәре күп балалы ата-әсәгә хужалыҡ эштәрендә ныҡлы терәк булып үҫеп килә: мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараша, бал ҡорттарын тәрбиәләргә, тәмле бал алырға ярҙамлаша. 

«Һәр беребеҙҙең үҙ бурысы бар. Ауылда күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ, – ти Фәхрийәновтарҙың өлкән ҡыҙҙары Айзилә. – Ғаиләбеҙҙә алтын ҡағиҙә бар: бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ. Конфликттар бик аҙ, сөнки һәр кем асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә, үҙен аңлауға иҫәп тота ала».
Айзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивыАйзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивы
Фото: Айзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивы

Быйыл күп балалы әсә Эльвираның ғаиләһе «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында ҡатнашҡан. Тәүҙә Фәхрийәновтар үҙҙәре тураһында видеовизитка төшөргән һәм район этабын үткән. Иҫке Собханғол мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларҙы костюмдар менән тәьмин иткән. Стәрлетамаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған конкурстың финалында баһалама ағзалары Фәхрийәновтарҙың сығышына хайран ҡалған. Балалар ата-әсәһе менән бергә «Татыу ғаиләм» йырын башҡарған һәм «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» махсус номинацияһында призға лайыҡ булған.

Брәтәк ауылында ижад менән ныҡлап шөғөлләнергә мөмкинлектәр булмаһа ла, Фәхрийәновтар үҙ көсөнә ышанып, бер-береһенең, туғандарының һәм мәҙәниәт йорто белгестәренең ярҙамы менән донъяла иң мөһиме ҙур һәм татыу ғаилә икәнен раҫлай алған.

P. S. 11 бала әсәһе Эльвира Фәхрийәнованың әлегә «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исеме юҡ.

Айзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивыАйзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивы
Фото: Айзилә Фәхрийәнованан | Фәхрийәновтар ғаиләһенең шәхси архивы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика