

Ошо көндәрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин Нефтекаманан Анжелика Шуматбаеваға «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Башҡортостанда бындай награда 12-се тапҡыр тапшырылды, тип билдәләне республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул уның ғаиләһе хаҡында яҙып сыҡты.
«Анжелика Александровна тормош иптәше Сергей Иванович менән ун бала тәрбиәләй. Кемеһелер эшләй, кемеһелер колледжда уҡый, ә кеселәре мәктәпкә йөрөй. Бының артында баһалап бөткөһөҙ оло хеҙмәт ята. Ял көндәре, отпуск юҡ. Ләкин был яҡшы һөҙөмтә бирә: балалар ышаныслы тыл булыуын тойоп, үҙ-үҙҙәренә ышанып үҫә», — тип билдәләне премьер-министр.
Андрей Назаров республикала 2026 йылдың Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө. Ишле ғаиләләр дәүләт социаль сәйәсәтенең төп өҫтөнлөгө булып тора. «Ғаилә» яңы милли проекты ғаиләгә, әсәлеккә һәм атайлыҡҡа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. «Беҙ яңы ярҙам сараларын индерәбеҙ: күп балалылар өсөн транспортта бушлай йөрөү, колледжда уҡыған студенттар өсөн компенсация. Был «мохтажлыҡ буйынса» льгота түгел, ә ишле ғаиләләргә ихтирам билдәһе», — тине республика хөкүмәте премьер-министры.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.