10:59 (UTC+5), 04 Мая 2026

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған Еңеү парады була. Республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тулыраҡ мәғлүмәттәр еткерҙе.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева

– Төп сараларҙың береһе – Октябрь проспектында көндөҙгө сәғәт 12-нән 1-гә тиклем Өфө гарнизоны хәрби хеҙмәткәрҙәренең тантаналы йөрөшө, – тип белдерҙе Ирек Сәғитов. – Унда Өфө территориаль гарнизоны хәрби хеҙмәткәрҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре, «Башҡортостан» полкы һәм С. Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттары ҡатнаша.

Уның һүҙҙәренсә, хәрбиҙәрҙән һуң Муса Гәрәев исемендәге тәүге осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары, «шайморатов» класы уҡыусылары, юнармеецтар һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластарының (60-ар кеше) Еңеү байрағы күсермәләрен, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы флагтарын күтәреп үтеүе планлаштырыла.

Парад командующийы итеп хәрби комиссар урынбаҫары полковник Ринат Латипов тәғәйенләнгән. Парадты республиканың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич ҡабул итә.

Артабан 16 берәмек хәрби техника үтергә тейеш, шуларҙың дүртәүһе – Бөйөк Ватан һуғышы осоронан. Парад Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәргән Ка-32, Ка-26, Ми-8 вертолеттары һәм 5 бәләкәй авиация самолеты осошо менән тамамлана.

7 майҙа киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем Октябрь проспектында ер өҫтө һәм һауа техникаһы ҡатнашлығында генераль репетиция була.

Тантаналы йөрөш буйынса иң яҡшы парад расчеттары билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының күсмә Кубогы һәм дипломдар тапшырыла.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика