07:10 (UTC+5), 16 Апрель 2026

Аҙ һыу: Ни өсөн Башҡортостанда ҙур ташҡын һирәк була

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив
Сергей Николаев

Башҡортостанда яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе үтелде. Ҡар запасы күп булыуға ҡарамаҫтан, республиканың төп йылғаларында һыу кимәле яҡынса фараздарҙан күпкә түбәнерәк булып сыҡты. Уҙған аҙнала 12 муниципаль берәмектә ташҡынға бәйле 20 осраҡ контролдән алынған.

«Хәҙер йылғаларҙың кимәле яйлап түбәнәйә, яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе үтелде, – тип хәбәр итте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов. – Өфөлә Ағиҙел йылғаһының максималь кимәле 9 апрелдә теркәлгән һәм 507 сантиметр тәшкил иткән. Бөгөнгә уның кимәле 450 сантиметрға тиклем кәмегән».

Быйыл яҙ ташҡын һәм ҡар һыуы йыйылыуға бәйле бөтәһе 83 хәбәр килгән. Йорттарҙы һыу баҫыу теркәлмәгән. Әле 8 муниципалитетта Өфөнөң баҡсасылыҡ ширҡәтендә 52 участка яны биләмәһен, 6 юл участкаһын һәм 4 тәпәш күперҙе һыу баҫыуға бәйле ун хәл контролдә тотола.

Өфө хакимиәте | социаль селтәрҙәрӨфө хакимиәте | социаль селтәрҙәр
Фото: Өфө хакимиәте | социаль селтәрҙәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ташҡын ваҡытында, айырыуса боҙ тығыны барлыҡҡа килгән осраҡта тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуға юл ҡуймаған һөҙөмтәле иҫкәртеү эштәре өсөн экстрен хеҙмәттәрҙең вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.

«Мин һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тине Радий Хәбиров. – Төбәктәрҙәге коллегаларҙың да ташҡынға ҡаршы нисек көрәшеүен анализлайым. Бер нисә тапҡыр иғтибар иткәнем бар: тығындар барлыҡҡа килә, һуңынан уны шартлаталар. Был дөрөҫ түгел. Тәүҙә шартлатырға, тығындар булдырмаҫҡа кәрәк. Беҙ ауылдарға һыу индермәнек. Бик яҡшы эш».

Йылыныу эффекты

Быйыл яҙ йылғаларҙа һыуҙың кимәле уртаса ташҡынға иҫәпләнгән фараздарҙан күпкә түбәнерәк булыуы төрлө сәбәптәр менән аңлатыла. Уларҙың иң мөһиме, Башгидромет эксперттары һүҙҙәренсә, глобаль йылыныу һәм шуға бәйле климаттың үҙгәреүе. Фәнни бәхәстәрҙә глобаль йылыныу бөтәһе лә таныған фактҡа әүерелә. Һуңғы йөҙ йылда Рәсәйҙә уртаса йыллыҡ һауа температураһы – 1,29 градус Цельсийға, донъя кимәлендә 0,74 градусҡа артҡан. Ә Башҡортостанда һуңғы утыҙ йылда ул 0,7 градусҡа күтәрелгән. Ошо күрһәткестәр йәй көнө эҫе көндәр һәм йылы ҡыштар һанын арттырыуға булышлыҡ итә, был иһә ғәҙәти климатик нормаларҙың үҙгәреүенә һәм метеопрогноздарҙағы хаталарға килтерә.

«Башинформ» | архив«Башинформ» | архив
Фото: «Башинформ» | архив

Мәҫәлән, быйыл Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһының максималь кимәле 640-740 сантиметрға етер тип көтөлгәйне, ә ысынында 507 сантиметр, йәғни минималь прогноздарҙан 1,33 метрға түбәнерәк. Яҙғыһын Өфө янында Ағиҙелдең 730 сантиметрға тиклем күтәрелеүе нормаға ярашлы тип иҫәпләнә.

«Быйыл ныҡ һыуыҡ булмағас, ер бик туңманы, ә йылғаларҙа боҙ ҡалын түгел ине, – тип һөйләне «Башинформ»ға Башгидрометтың гидрология бүлеге етәксеһе Галина Зайцева. – Быйылғы яҙ ҙа иртә килде. Март айында антициклон торҙо, был һыу кимәленең кәмеүенә килтерҙе. Парға әйләнеү арҡаһында ҡар тиҙ ирене, һыу тупраҡҡа һеңеп бөттө, йылғаларҙың ныҡ ташмауы ла шуның менән аңлатыла. Әгәр һауа торошо беҙҙең төбәктең нормаларына тап килһә, ташҡын торошо бөтөнләй икенсе булыр ине».     

Яҙғы ташҡындың көслө булмауы беҙҙең төбәк өсөн үҙенсәлекле нормаға әүерелде. Һуңғы тапҡыр ҙур ташҡын 2007 йылда теркәлде, Өфө тирәһендә Ағиҙел йылғаһы 9 метрҙан юғарыраҡ күтәрелде. Артабанғы йылдарҙа яҙғыһын һыу кимәле артыҡ күп булманы.

Кеше факторы

Климаттың үҙгәреүе менән бер рәттән, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге лә яҙғы ташҡындың түбән булыуына булышлыҡ итә. Мәҫәлән, йылғаларҙың төбөнән төҙөлөш тармағы өсөн ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын сығарыу арта бара. Һуңғы 60 йылда Өфө янында Ағиҙелдең тәрәнлеге 2 метрҙан ашыуға кәмегән, был күп осраҡта тап ҡом сығарыу менән бәйле.

Өфө хакимиәте | социаль селтәрҙәрӨфө хакимиәте | социаль селтәрҙәр
Фото: Өфө хакимиәте | социаль селтәрҙәр

Урмандарҙы ҡырҡыу ҙа үҙенең ролен уйнай, бигерәк тә йылғаларҙың үрге ағымында. Яҙ көнө һәм ямғыр яуғанда урман һыу запастарын туплай, ә һуңынан уның менән яҡын-тирәләге йылға-күлдәрҙе тәьмин итә тип иҫәпләнелә. Ағастарҙы ҡырҡыу һыу запастарының юҡҡа сығыуына һәм йылғаларҙың һайығыуына килтерә.

Яр буйҙарын ныҡлап үҙләштереү ҙә борсолоу тыуҙыра. Башҡортостанда майҙаны 22 квадрат километрҙан ашыу тәшкил иткән Асылыкүл быға асыҡ миҫал булып тора. 2024 йылда уның 180 сантиметрҙан ашыуға һайығыуы билдәләнә. Һыу тиҙ юғала, ә яр буйындағы шишмәләр һәм һаҙлыҡлы участкалар ҡорой. Башҡортостандың тәбиғәт министрлығы эксперттары фекеренсә, күлдең хәҙерге торошон һыу кимәленең түбәнәйеүе һәм күтәрелеүе менән генә аңлатырға ярамай. Антропоген факторҙарҙың йоғонтоһо ҙур. Асылыкүлдең көньяҡ-көнбайыш яғындағы юл япмаһының ҡатыуы күп кенә ер аҫты шишмәләренең ҡороуына сәбәпсе булды. Яр буйҙарын дөрөҫ үҙләштереү мәсьәләһе Башҡортостандың башҡа һыу ятҡылыҡтарына ла хас.

Көйләү эше алып барыла

Ташҡындың үтеүгә гидротехник ҡоролмалар, тәү сиратта, ҙур күләмдә һыу туплай алған һыуһаҡлағыстар ҙур йоғонто яһай. Ҡар ирей башлар алдынан уларҙың кимәле минималь билдәләргә тиклем төшөрөлә, ә һуңынан улар тултырыу режимында эшләй башлай.

Башҡортостанда һыуһаҡлағыстарҙың һыйҙырышлығы сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, улар ташҡындың юғары нөктәһен кәметеүгә өлөш индерә ала. Галина Зайцева һүҙҙәренсә, 2007 йылда Павловка һыуһаҡлағысының эшләүе һөҙөмтәһендә Ағиҙелдең максималь кимәле 902 сантиметрға күтәрелде. Унһыҙ һыу кимәле 1112 сантиметрға етер ине. Был өлгәшелгән күрһәткестәрҙән ике метрға тиерлек юғарыраҡ.

«Башинформ» | архив«Башинформ» | архив
Фото: «Башинформ» | архив

Йылға ағымын көйләүгә Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары ла үҙ өлөшөн индерә. Улар төҙөлгәнсе Стәрлетамаҡ янындағы Ағиҙел йылғаһының иң аҙ һыу сығымы йәйге-көҙгө миҙгелдә секундына 9 кубометр булһа, ә хәҙер, яҙғыһын ҡар һыуының йыйылыуы һәм уның запастарын тигеҙ тотоноу арҡаһында, йыл дауамында секундына кәмендә 40 кубометр кимәлендә тәьмин ителә, был ҡулланыусыларға яҡшы йоғонто яһай һәм йылғаларҙың ныҡ ташыуына юл ҡуймай.

Республика милкендә 16 район һәм бер ҡала биләмәһендә урынлашҡан 27 гидротехник ҡоролма бар. Уларҙың барыһы ла ташҡынды үткәреүгә әҙерләнгән. Һыуһаҡлағыстарҙың кимәле минималь билдәләргә тиклем төшөрөлгән. Улар ташҡын тамамланғансы тултырыу режимында эшләй.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика