06:26 (UTC+5), 15 Апреля 2026

Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Параспортсы, блогер һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына инде. Состав Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән раҫланған.

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына шулай уҡ йырсы Диана Гурцкая, яҙыусылар Армен Гаспарян һәм Сергей Лукьяненко, скрипкасы Пётр Лундстрем, ГИТИС ректоры Григорий Заславский, генераль директор урынбаҫары, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитов, «Вести» яңылыҡтар программаһын алып барыусы Мария Ситтель һәм башҡалар инде.

Указ ҡул ҡуйылған көндән ғәмәлдә.

Рөстәм Нәбиев инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында үҙенең өлгөһө менән төрлө йәрәхәттәр алған кешеләрҙе дәртләндерергә  тырышыуы хаҡында һөйләгәйне.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика