11:11 (UTC+5), 14 Апрель 2026

Радий Хәбиров ағаһының ғүмере өсөн көрәшкән табиптарға рәхмәт белдерҙе

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә туғыҙ көн буйына ағаһының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшкән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы командаһына рәхмәт әйтте.

«Миңә һәм ғаиләмә күрһәткән иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Бындай ваҡытта ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәре бик мөһим. Табиптар уның өсөн 9 көн буйына көрәште, йәрәхәттәре бик ауыр ине. Табиптарҙың нисек эшләгәнен күрҙем. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш реаниматологы өс тәүлек йоҡламаны. Ул минең ағайым булғаны өсөн түгел, ә кешеләр ысынында шулай йәшәй», — тине Радий Хәбиров.

«Башинформ» яҙғанса, 68 йәшлек Ришат Хәбиров юл фажиғәһендә алған йәрәхәттәренән вафат булған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ағаһының бәлиғ булмаған улы ҡалған.

«Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һуңынан туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ иларлыҡ хәлдәргә юл ҡуймағыҙ», – тине Башҡортостан Башлығы.

 https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-14/radiy-habirov-poblagodaril-vrachey-kotorye-borolis-za-zhizn-ego-brata-4651850

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика