

Туймазыла приставтар 1987 йылғы ирҙе эҙләй. Уның балаларына алимент буйынса 1,8 миллион һумдан ашыу бурысы бар.
Ир суд приставтары хеҙмәтенә килмәй, ҡайҙалыр ҡасып йөрөй, йәшәгән урыны билдәһеҙ. Яҡташыбыҙҙың Татарстандың Әлмәт ҡалаһында булыуы ихтимал.
Уның ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (987) 587 26 16, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.