Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.3
-0.45
91.56
+0.54
62.51
+0.52
11+ °C
Дождь
Йәмғиәт
9 Апреля , 12:29

Республикала Өфө – Инйәр – Белорет юлы төҙөкләндерелә

Белорет районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын бойомға ашырыу барышында Өфө — Инйәр — Белорет юлының 6 саҡрымдан ашыуын ремонтлайҙар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Транспорт министрлығыматбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Транспорт министрлығы
Фото:матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Транспорт министрлығы

Һүҙ Рәүәт һәм Олойылға ауылдары эргәһендәге ике участка тураһында бара. Юл эшселәре бында асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамғалар һыҙа. Эштәр көндәр яҡшырғас башлана.

Өфө — Инйәр — Белорет юлы – Башҡортостанда бик популяр туристик йүнәлеш. Ошо трасса буйлап Белорет, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының хозур урындарына (Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына, «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына һәм башҡаларға) барып етергә мөмкин.

«Бында хәрәкәт бик тығыҙ — тәүлегенә 12 мең автомобилгә етә», — тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Юлдың ике участкаһында ремонт эштәрен 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 200 саҡрымға яҡын төбәк һәм муниципаль-ара юлдар төҙөкләндерелә. Шуларҙың 170 саҡрымы терәк юл селтәренә инә.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2026-04-09/v-bashkirii-otremontiruyut-dorogu-ufa-inzer-beloretsk-4645907

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас