09:58 (UTC+5), 07 Апреля 2026

Өфө блогеры һәм альпинист Рөстәм Нәбиев Эверест тауына артыла

Бөгөн уның экспедицияһы башланды.

Фото: Рөстәм Нәбиев | «ВКонтакте»
Ләйсән Закирова

Казарма емерелгәндән һуң ике аяҡһыҙ ҡалған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев донъяның иң бейек тауына артылырға әҙерләнә. Бөгөн уның Эвересҡа экспедицияһы башлана. Рөстәм аэропортта ғаиләһе менән хушлашыу видеоһын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

Блогер яҙылыусыларын экстремаль сәфәргә нисек әҙерләнеүен күрһәтеп барҙы. Уға ҡулдарында 8,8 мең саҡрым юл үтергә кәрәк.

«2020 йылда Эльбрусҡа менгән Рөстәм алты йылдан һуң ер шарының иң бейек нөктәһенә юл тотор тип кем уйлаһын.  Алда беҙҙе уникаль сәйәхәт көтә. Мин был аҙымға аңлы рәүештә килдем», – тип социаль селтәрҙә үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан альпинист.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Нәбиев – донъяла ҡулдарында ғына (башҡаларҙың ярҙамынан тыш) тауҙарға күтәрелгән беренсе һәм берҙән-бер кеше. Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһен (5642 метр /5621 метр), Мөхәббәт түбәһен (2124 метр), Манаслу (8163 метр), Арарат (5165 метр), Казбек (5033метр), Килиманджаро (5895 метр), Аконкагуа (6962 метр) һәм Ирәмәл (1589 метр) тауҙарын яулаған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-07/ufimskiy-bloger-i-alpinist-rustam-nabiev-vzoydet-na-everest-4642540

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика