

Башҡортостанда йәшәүселәргә БПЛА һөжүм иткән урынды фотоға һәм видеоға төшөрөү, таратыу закон менән ҡәтғи тыйылыуы тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Бындай материалдар дошман өсөн разведка мәғлүмәттәре булыуы ихтимал.
«Фактчекинг по-башкирски» ТГ-каналы хәбәр итеүенсә, дошман дрондарының Өфөгә һөжүменән һуң ҡайһы бер «һары» телеграм-каналдар террор һөжүме урындарынан видео һәм фотолар һалды. Кадрҙарҙы тиҙ арала ЦИПСО-ның мониторинг ресурстары күҙ уңына алды. Ошо мәғлүмәттәр буйынса дошман пилотһыҙ осоу аппаратының ҡайҙа төшөүен, уны ниндәй система бәреп төшөрөүен күҙәтеп бара, һөжүмдең һөҙөмтәлелеген баһалай.
«Махсус хоҡуҡи режим ғәмәлдә булған шарттарҙа был дошманға разведка мәғлүмәттәре тупларға ярҙам итеү тип баһалана», – тиелә баҫмала.
Бының өсөн административ штраф һалыу ҡаралған: граждандарға – 3000-5000 һум, вазифалы кешеләргә – 10 000-30 000 һумғ, ойошмаларға – 100 000-500 000 һум.
Рәсми мәғлүмәттәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Оборона министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, төбәк һәм муниципаль властар ғына тарата, тип иҫкә төшөрә белгестәр. Әгәр һөжүмгә шаһит булһағыҙ, фотоға, видеоға төшөрмәгеҙ һәм интернетҡа һалмағыҙ. Телефондағы геолокацияны һүндерегеҙ, тәҙрәнән ситкәрәк китегеҙ һәм махсус хеҙмәттәргә хәбәр итегеҙ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.