

Өфөлә билдәле тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор Ҡәүи Кәримов 80-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Кисә Өфөлә уның менән бәхилләштеләр, бөгөн Ҡәүи Кәрим улын тыуған яғы Тәтешле районында һуңғы юлға оҙаталар.
1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң өс йыл Тәтешле урта мәктәбендә эшләй. 1972 йылда Бөрө педагогия институтына эшкә күсә, 1982 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1986 йылдан алып уның хеҙмәт биографияһы Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйле. 1988 йылдан ситтән тороп уҡыу буйынса проректор вазифаһын биләй, 1993-1997 йылдарҙа уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса проректор булып эшләй. 1999-2008 йылдарҙа – башҡорт филологияһы факультеты деканы.
2001 йылда Ҡәүи Кәримовҡа профессор дәрәжәһе бирелә. 2009 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһында эшләй, 2010 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта.
200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре XVIII–XX быуаттарҙа Башҡортостанда фәндең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш проблемаларына арналған.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.