Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 11:22

Республикала льготалылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй башлай

Ете ай буйына төбәк льготаһы һаҡлана.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы | Башҡортостандың Транспорт министрлығы
Фото: Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы | Башҡортостандың Транспорт министрлығы

1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостанда социаль ярҙамға хоҡуҡлы граждандарға төбәк льготаһы бирелә: улар ҡала яны поездарында юл хаҡының 50% ғына түләй ала. Былтыр төбәктә 550 мең кеше ошондай хоҡуҡтан файҙаланған. Улар – пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, репрессияларҙан зыян күргән тыл эшсәндәре.

Билет һатып алғанда льготаға хоҡуҡты раҫлаған документ һәм паспорт (төп нөсхәһе) кәрәк.

Бынан тыш, федераль льготалылар – инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.

Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар 1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем ярты хаҡҡа йөрөй ала.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 апрелдән электричкалар йәйге туҡталыштарҙа туҡтай башлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-30/v-bashkirii-lgotniki-budut-ezdit-v-elektrichkah-za-poltseny-4632515

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас