2026 йылдың 1 апреленән Башҡортостанда социаль пенсиялар 6,8% арта. Был республикала социаль пенсия алған 104 меңдән ашыу кешегә ҡағыла. Индексация ғаризаһыҙ башҡарыла – аҡса иҫәпкә ваҡытында һәм арттырылған күләмдә күсерелә, тип белдерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһендә.
Социаль пенсия ғәҙәти пенсия өсөн стажы етмәгәндәргә, шулай уҡ инвалидтарға, инвалид балаларға һәм ҡараусыһын юғалтҡан балаларға тәғәйенләнә. Ул дөйөм ҡабул ителгән пенсия йәшенән биш йылға һуңыраҡ билдәләнә.
Индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса бындай пенсияның уртаса күләме 10 837,74 һум була. Беренсе төркөм инвалидтарына – 21 675,57 һумға, инвалид балаларға 26 010,32 һумға тиклем арта.
Шулай уҡ дәүләт тәьминәте буйынса пенсия индексациялана. Башҡортостанда 3 меңдән ашыу кешегә (ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр һәм радиация һәләкәттәренән зыян күреүселәр) ошондай пенсия түләнә.
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.