12:28 (UTC+5), 27 Марта 2026

Республикала ике кеше ҡотороу сиренән үлгән

Уларҙың береһе – 9 йәшлек бала.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Гөлфиә Акулова

2025 йылда 9 йәшлек бала ҡотороу ауырыуынан үлгән, тип белдерҙе Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының табип-эпидемиологы Надежда Байметова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.

«Был хәл Стәрлетамаҡ районында булған. Баланы урам бесәйе тешләгән. Ләкин ғаилә һуң ғына медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Яра эренләй башлағас ҡына ата-әсә уны табиптарға алып килгән. Был ваҡытҡа инкубация осоро үткән булған», — тип яуап бирҙе медик мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенең һорауына.

Быйыл да хайуандан сир йоҡтороп үлеү осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. Был юлы ла кешене урам бесәйе тешләгән, уны ҡотҡара алмағандар.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡ йорт хайуандарынан да зарарланырға мөмкин тип уйламай, — тип билдәләне баш санитар табип. — Былтыр хайуандарҙың шайығы тейеүе, тырнауы һәм тешләүенә бәйле мөрәжәғәттәр 27% артҡан һәм 11 меңдән ашыу тәшкил иткән. Йышыраҡ улар — бесәйҙәр һәм эттәр, һирәгерәк осраҡта ҡырағай йәнлектәр».

Статистикаға ярашлы, 2025 йылда республика буйынса травматология пункттарына ҡырағай йәнлектәрҙән зыян күргән 418 кеше мөрәжәғәт иткән, 6938 кеше эттән тешләнгән, тип өҫтәне Надежда Байметова.

Медиктар сирҙе иҫкәртеүҙең төп сараларын хәтергә төшөрҙө.

  • Беренсенән, йыл һайын йорт хайуандарына: эттәргә һәм бесәйҙәргә прививка эшләргә кәрәк.
  • Ҡырағай хайуандарға (төлкөләр, ярғанаттар, тейендәр, терпеләр) яҡын барырға, уларҙы ашатырға ярамай.
  • Хайуан тырнаған йәки тешләгән осраҡта шунда уҡ медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү зарур.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-27/v-bashkirii-ot-beshenstva-skonchalis-2-zhitelya-4630213

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика