27 мартҡа ҡарай төндә Көньяҡ Урал күгендә ғәжәйеп күренеш – төньяҡ балҡышы күҙәтелгән. Был хәл Стәрлетамаҡтан 65 саҡрым һәм Өфөнән 200 саҡрым алыҫтағы Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылында теркәлгән. Ғәҙәттә, бындай оптик күренеште көслө магнит дауылы йәки ҡояштың әүҙемлеге ваҡытында күрергә була. Төньяҡ балҡышы тап ҙур ҡалаларҙан ситтә күҙәтелә.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда поляр балҡыштары даими теркәлә — геомагнит әүҙемлек шул тиклем юғары, был һоҡланғыс күренеш хатта төньяҡтан алыҫтараҡ урынлашҡан биләмәләрҙән дә күренә.