

Башҡортостандың Тәтешле районында «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлының биш саҡрымын ремонтлайҙар. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.
Ремонт эштәре Үрге Тәтешле ауылы янындағы участкала алып барыла. Эшселәр асфальт-бетон япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта, тамғалар һыҙа.
Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлы Балтас, Борай һәм Тәтешле райондарын бәйләй. Уларҙа 58 меңдән ашыу кеше йәшәй.
«Бәләкәй ауылдарҙың халҡы район үҙәге Үрге Тәтешле ауылына ошо юлдан йөрөй. Шулай уҡ был трасса Башҡортостан менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Тәүлегенә юлдан 3 меңдән ашыу автомобиль үтә», — тине Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова.
Тәтешле районында Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлы участкаһын ремонтлауҙы 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.