Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо фаразлана.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, бөгөн, 26 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ҡайһы бер райондарҙа томан төшөүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +10, +15°.
27 мартта һәм 28 мартта республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, урыны менән +5°, көндөҙ +11, +16°.