06:38 (UTC+5), 25 Марта 2026

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Фото: Башинформ | Архив
Ләйсән Закирова

Өфөнөң 8 март биҫтәһендә шағирә Факиһа Туғыҙбаева хөрмәтенә урам барлыҡҡа килә. Ҡала советы депутаттары сираттағы ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте. Уның Йәрминкә урамы янында урынлашыуы билдәле. Баш ҡала халҡы интернетта тауыш биреү барышында әлеге идеяны хупланы.

Факиһа Туғыҙбаева –  күренекле башҡорт шағирәһе, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Уның 25 шиғырҙар йыйынтығы, балалар өсөн 10-дан ашыу китабы бар. Китаптары рус, татар, төрки телдәрендә баҫылған. Авторҙың балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу әсбаптарына индерелгән.

Факиһа Туғыҙбаева башҡорт әҙәбиәтен, республика журналистикаһын үҫтереүгә һәм пропагандалауға тос өлөш индерҙе. Ул 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн башҡорт шағирәләренән беренсе булып Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. 2014 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

Факиһа Туғыҙбаева балалар өсөн «Аҡбуҙат» әҙәби-нәфис журналын ойоштороусы, уның беренсе баш мөхәррире булды, тип яҙғайны «Башинформ». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2021 йылда арабыҙҙан китте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-25/v-ufe-ulitsu-nazovut-v-chest-poetessy-fakii-tuguzbaevoy-4626566

Өфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы  | ТГ-каналӨфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы  | ТГ-канал
Фото: Өфөнөң Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы | ТГ-канал
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика