«Салауат Юлаев» быйылғы регуляр чемпионаттың һуңғы уйынында «Сочи» командаһын 2:1 иҫәбе менән еңде.
Быға тиклем баш тренер Виктор Козлов, уҙған уйында «Сочи» менән осрашыу плей-офф алдынан күнекмә буласаҡ, тип белдергәйне. Шуға күрә 4 легионерҙың өсәүһенә ял бирелде. Улар урынына командаға «Торос»тан өс уйынсы ҡушылды запас уйынсылар Александр Хохлачев һәм Илдан Ғәзимов сыҡты, ҡапҡаға Семен Вязовой урынына Илья Коновалов торҙо.
«Салауат Юлаев» еңелсә составта булһа ла, «Сочи» осрашыу башында уйнай алмай аҙапланды. Юлаевсыларҙың икенсе звеноһы икенсе уйын рәттән иҫәпте асты. Был юлы Данил Алалыкиндың һәм Егор Сучковтың пасынан һуң Александр Жаровский гол индерҙе. Ҡунаҡтар иһә уйын башланыуға 10 минут үткәс кенә Коноваловтың ҡапҡаһына шайбаны һуҡты. Артабан юлаевсылар бер-бер артлы ике минутлыҡ штраф алды. Коноваловтың тырышлығы менән иҫәп хужалар яғында ҡалды — 1:0.
Икенсе осорҙа ҡунаҡтар «уянды». Бер нисә тапҡыр юлаевсыларҙы үҙ зонаһына бикләп, ҡаты штурмға тотто. Әммә был өҫтөнлөк бары тик ҡапҡаға инмәгән шайбалар статистикаһында ғына күренде. «Сочи» файҙаһына — 9:12. «Салауат»тың йәш уйынсылары ышанысһыҙыраҡ уйнаны. Мәҫәлән, «Торос» һаҡсыһы Виталий Будницкий тәүгә төп команда өсөн сығыш яһаны. Ә икенсе звено боҙға сығыу менән уйын йәнләнде, юлаевсылар һөжүмгә күсте. 45-се минутта ҡунаҡтар күпселек менән файҙаланып иҫәпте тигеҙләне. Әммә хәл иткес ваҡиға, уйын бөтөүгә 2 минут ҡалғас, булды — был юлы судьялар «Сочи»ға ике минутлыҡ штраф сәпәне. Һөҙөмтәлә 5-кә 4 форматында ғинуарҙан бирле боҙға сыҡмаған Александр Хохлачев гол индерҙе һәм «Салауат»ты еңеүгә килтерҙе. Тәжрибәле һөжүмсе үҙе өсөн дә, команда өсөн дә мөһим мәрәй яуланы.
Бөгөн «Салауат Юлаев» плей-оффтағы уйындар серияһын башлай. Өфө командаһы Екатеринбургтан «Автомобилист» менән осрашасаҡ.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.