

Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса тәүге тапҡыр илдең өс лидеры иҫәбенә инде. Бер йыл элек республикабыҙ бишенсе урында ине. Рейтинг һөҙөмтәләрен Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ иғлан итте. Лидерҙар исемлегендә шулай уҡ Татарстан, Красноярск крайы, Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Мәскәү бар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров йәштәр менән эшкә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
«Республикала – миллиондан ашыу йәш кеше, беҙ улар үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн мөмкинлектәр булдырырға тырышабыҙ. Инфраструктураны үҫтерәбеҙ, йәштәр өсөн майҙансыҡтар асабыҙ. Илһөйәрлек тәрбиәһе менән шөғөлләнәбеҙ, ирекмәндәргә, студенттарға, йәш белгестәргә ярҙам итәбеҙ. Осрашыуҙар һәм ҙур саралар үткәрәбеҙ.
Беҙҙең йәштәр – иң яҡшыһы, мин был турала гел әйтә килдем. Улар менән эшләү – оло яуаплылыҡ. Әйткәндәй, быйыл республиканың йәштәр сәйәсәте 35 йыллығын билдәләй. Ошо өлкәгә ҡатнашы булғандарҙы ҡотлайым һәм рәхмәт белдерәм. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡҡа юғары баһа өсөн рәхмәт», – тип билдәләне Башҡортостан етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында өсөнсө «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика патриотик форумының үтеүе хаҡында яҙғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.