

Башҡортостанда «Атайсал» проекты быйыл үҙенең биш йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә проектта ҡатнашыусылар дөйөм 1,8 миллиард һумлыҡ 35 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. Улар 5 мең социаль объектты ремонтлаған, 1 мең уйын һәм спорт майҙансығын йыһазландырған, 550 мәсет, сиркәү төҙөгән һәм яңыртҡан, 2 мең һәйкәл һәм обелиск ҡуйған һәм реставрациялаған, 1 мең шишмәне төҙөкләндергән. МХО башланыу менән һалдаттарға ярҙам итеү айырым йүнәлешкә әйләнә. Меценаттар һәм ирекмәндәр был өлкәлә 5500-ҙән ашыу проектты тормошҡа ашырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2021 йылдың февралендә эшләй башланы. Республикабыҙ ауыл-ҡалаларында тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәген төҙөкләндереүе төп маҡсат итеп ҡуйыла.
«Беҙ уны үҙҙәренең бәләкәй Ватанына ярҙам итә алған һәм ярҙам итергә теләге булған хәстәрлекле кешеләрҙе берләштереү өсөн булдырҙыҡ. Беҙ проект беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ күңелендә шаңдау табыр тип хатта күҙ алдына ла килтерә алманыҡ. Бөгөн «Атайсал» атай йортон ихлас яратҡан һәр кемде берләштерә. Тыуған Башҡортостаны хаҡына изге эштәр башҡарыусыларғабеҙгә, беҙгә алға барырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлебеҙ», — тип йомғаҡланы Радий Хәбиров проекттың тәүге биш йыллығын.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.