РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы Башгидрометүҙәктең мәғлүмәттәренә таянып ашығыс хәбәр еткерҙе. 16 һәм 17 мартта республиканың ҡайһы бер райондарында көслө томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрғаса насараясаҡ.
Водителдәргә һауа шарттары яҡшырғанға тиклем алыҫ юлға сәфәрҙе кисектереп тороу кәңәш ителә. Әгәр ҙә юлға сығырға тура килә икән, юғары тиҙлектә йөрөмәү, автомобилдәр араһында дистанцияны һаҡлау һәм уҙып китеү ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ.
Быға тиклем Өфө аэропортында томан арҡаһында 18 рейс тотҡарланғайны.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-16/mchs-bashkirii-vypustilo-ekstrennoe-preduprezhdenie-4615884