Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 11:42

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы | Vk
Фото: Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы | Vk

Шаран районының суд приставтары бүлексәһе кредит буйынса бурысын түләмәгән 1999 йылғы Рөстәм Ф.-ты эҙләй.

Республика суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Шаран районының Йомаҙыбаш ауылында тыуып үҫкән ирҙең кредит буйынса 900 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.

Ул Туймазыла ҡасып йөрөй, рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған, эш урынын йәшерә.

Приставтарҙан ҡасып йөрөгәс, уны эҙләй башлағандар. Уның хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белгәндәрҙән 8 (917) 383 39 26, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-13/v-bashkirii-dolzhnika-po-kreditam-ob-yavili-v-rozysk-4613024

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас