10:53 (UTC+5), 11 Марта 2026

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Пермь крайы буйынса баш идаралығы | матбуғат хеҙмәте
Наталья Овчарук

Пермь крайында туңып үлгән туристар араһынан берҙән-бер иҫән ҡалған 67 йәшлек ирҙең хәле яҡшырған. Хәҙер Сергейҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

«Уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә», — тип хәбәр итә UfaNovosti.ru порталы крайҙың һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанма менән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфө турисы туғыҙ көн һыуһыҙ, ризыҡһыҙ һыуыҡта ятҡан. Башҡортостандың баш ҡалаһынан тәжрибәле туристар Александр, Абду-Обойдех, Алик, Дмитрий һәм Сергей 20 февралдә ҡаргиҙәр менән Төньяҡ Уралға походҡа сығып китә. Улар ҡаргиҙәрҙә Кваркуш яҫы таулығына барып етергә уйлай, ләкин сәфәр фажиғә менән тамамлана. Ирҙәр үҙҙәренең маршрутын теркәмәгән һәм буранға эләккән. Дүрт турист туңып үлгән, иң өлкән сәйәхәтсе генә иҫән ҡалған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-11/vyzhivshiy-na-plato-kvarkush-turist-iz-ufy-idet-na-popravku-4610066

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика