

Быйыл 15 меңгә яҡын кеше йәшәгән тағы ла 40 тораҡ пунктта мобиль бәйләнеш һәм интернет булдырыла. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт идара итеүенең һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр. «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты сиктәрендә ҙур операторҙарҙың береһе уларҙа үҙенең база станцияларын урынлаштыра.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, Баҡалыға – биш, Фёдоровкаға – өс, Дәүләкәнгә һәм Бөрөгә – дүрт, Туймазы, Ауырғазы, Бөрйән, Баймаҡ райондарына ике локация тура килә, ә Белорет, Иглин, Көйөргәҙе, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡыйғы, Благовар, Салауат, Дүртөйлө, Ғафури, Дыуан, Борай, Балтас, Балаҡатай, Архангел, Күгәрсен райондарында бер бәләкәй ауылға интернет үткәрелә.
Тотороҡло бәйләнеш һәм интернет ярҙамында алыҫ ауылдарҙа йәшәгән халыҡ дәүләт хеҙмәттәре, медиа, маркетплейстар менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була, тип билдәләне Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.