

Баймаҡта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапова 103 йәшен билдәләне. Йөҙйәшәр инәйҙе Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тыуған көнө менән ҡотларға килде.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт бер кемде лә аямай, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар көндән-көн аҙая бара. Тере легендалар менән аралашып, уларҙың ҡулдарынан тотоп, Еңеү өсөн рәхмәт әйтеп өлгөрәһе ине. Валентина Георгиевна бик ҡунаҡсыл, шаяртырға ярата. Һәр ваҡыттағыса уның менән оҙаҡ итеп сәй эстек, күңелебеҙ булғансы рәхәтләнеп һөйләштек», – тине Байғусҡаров.
Валентина Георгиевна 1942 йылда 19 йәшендә фронтҡа китә. Уҡып бөткәс тә Белоруссия фронтына эләгә. 100-сө аэродромды хеҙмәтләндереүсе батальонда хеҙмәт итә. Боеприпастар келәтен һаҡлай, окоп ҡаҙый, мүк еләге, ҡара көртмәле йыя, ашханала эшләй, штабта телефонсы була. 1943 йылда радистар курсын тамамлағас, Валентина Георгиевнаны Литваның баш ҡалаһы Вильнюсҡа ебәрәләр. Бөйөк Еңеүҙе лә ул Балтик буйы илендә ҡаршылай.
Тыуған яғына ҡайтҡас, Дәүләт банкы бүлексәһендә, һуңынан оҙаҡ йылдар Түбә руднигында эшләй. Һуғыштан һуң ике йыл үткәс, үҙенең тормош юлдашы Михаил Кирсанович Потапов менән таныша. Улар бер малайға һәм өс ҡыҙға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валентина Георгиевна хәләл ефете һәм берҙән-бер улын юғалта. Әлеге көндә ул ҡыҙҙары тәрбиәһендә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Уның 9 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүлә-бүләсәре үҫеп килә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.