12:53 (UTC+5), 11 Марта 2026

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Фото: Гөлназ Асаева | социаль селтәрҙәр
Инсаф Хужабирганов

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаева үҙенең ҡатнашлығындағы аварияла зыян күргән ҡатындың хәле хаҡында һөйләне. Йырсының һүҙҙәренсә, зыян күреүсегә тағы бер операция эшләнәсәк.

Артист үҙенең ижадын һөйөүселәргә ҡатындың ғүмере өсөн доға ҡылырға һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ ул тулыһынса авария эҙемтәләре өсөн тулыһынса яуаплы булыуын белдерҙе.

«Мин үҙемдең хаталарым өсөн яуап бирәсәкмен. Ата-әсәһенең артына йәшенгән кеше түгелмен. Улар хатта минең ҡайһы бер проблемаларымды ла белмәне, мин уларҙы үҙем хәл иттем. Һәм был осраҡта улар мине аҡларға маташмай, сөнки беҙ ғәҙеллек яғында. Мин ғәйепле, һәм үҙ язамды алырға әҙермен», — тип уртаҡлашты артист.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта зыян күреүсенең хәле уртаса һәм тотороҡло тип иҫәпләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йырсы Гөлназ Асаева февраль аҙағында Бәләбәй районында ҡурҡыныс аварияға тарыны. Уның һөҙөмтәһендә дүрт кеше зыян күрҙе. Артист үҙе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләкте. Уның март башындағы концерттары кисектерелде.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика