11:53 (UTC+5), 04 Марта 2026

«Башинформ» профессионализмды һаҡлап, үҙгәрергә әҙер

«Башинформ» профессионализмды һаҡлап, үҙгәрергә әҙер. Бөгөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһында мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Рауил Зарипов ошо турала белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйлә Аралбаева

2025 йыл йомғаҡтары буйынса «Башинформ» Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелгән ресурстарының береһе тигән статусын һаҡлап ҡала, тип билдәләне ул. Медиалогия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, цитата килтереү индексы – 275-тән ашыу пункт. 2025 йылда төрлө форматтағы һәм жанрҙағы 35 меңдән ашыу материал баҫылған.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайттары төркөмөндә яңылыҡтарҙы 52,4 миллион кеше ҡараған, шуларҙың 20,4 миллионы – «Ижтимағи электрон гәзит»тә. Уникаль ҡулланыусыларҙың дөйөм һаны – 15 миллион тирәһе.

Көн һайын редакцияның яңылыҡтар таҫмаһында – 150-гә яҡын, «Ижтимағи электрон гәзит»тә 30-ға яҡын материал, башҡорт һәм инглиз телдәрендә 50-гә яҡын материал, социаль селтәрҙәрҙә 190-ға тиклем яҙма баҫыла. 

«Кешеләр сайтҡа һирәк, ләкин махсус рәүештә инә башланы, улар аныҡ яуап эҙләй. Шуға ла агентлыҡ «Точка зрения» һәм «Аналитика» рубрикаларына баҫым яһай», — тине Рауил Зарипов.

Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыВалерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

МХО-ны яҡтыртыу темаһына 3000-дән ашыу материал донъя күрҙе. Яңылыҡтар, репортаждар, интервью, аналитика, яугирҙәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тарихы. Агентлыҡ хәбәрселәре МХО биләмәһендә эшләп ҡайтты, журналист Эдуард Ҡусҡарбәков «хәрби хәбәрсе» статусына лайыҡ булды. Был эш оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ талап итә, тип билдәләне спикер.

Бынан алдараҡ Өфөлә Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тармаҡтың төп бурыстары билдәләнеүе тураһында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-04/bashinform-gotov-menyatsya-sohranyaya-professionalizm-4601408

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика