Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Облачно
Йәмғиәт
26 Февраля , 12:30

Өфөнән Алтайға тура рейстар тергеҙелә

«Азимут» авиакомпанияһы 30 марттан Өфө – Таулы Алтай – Өфө маршруты буйынса тура даими рейстарҙы тергеҙә.

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыКсения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейстар аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, кесе йома һәм йәкшәмбе көндәрендә 100 пассажирға иҫәпләнгән Superjet 100 самолеттарында башҡарыла.

Өфөнән осош – иртәнге 7 тула 20 минутта, ә Таулы Алтайҙан – көндөҙгө 1 тула 15 минутта. Һәр аэропортта осош  урындағы ваҡыт буйынса башҡарыла.

Юлға 3 сәғәт 5 минут ваҡыт китә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-26/vozobnovlyayutsya-pryamye-reysy-iz-ufy-na-altay-4593409

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас