Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.47
-0.17
90.32
-0.26
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль , 12:47

Башҡортостанда йәш ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Владимир Спеле / ТГ-канал
Фото: Владимир Спеле / ТГ-канал

Миәкә районынан Ләйсән һәм Илназ Ғәлиевтар ғаиләһендә икеләтә ҡыуаныс – бер юлы ике ҡыҙҙары донъяға килгән. Ата-әсә бәпестәргә Ангелина һәм Аделина тигән исемдәр һайлаған. Әйткәндәй, Ғәлиевтар Аэлита исемле ҡыҙ үҫтерә.

Сабыйҙар 6 февралдә тыуған, ә 25-дә ата-әсәгә райондың ЗАГС бүлегендә балаларҙың тәүге документтары, игеҙ бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылған, тип хәбәр итте Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.

Йыл башынан Миәкә районында 27 сабый, шул иҫәптән ике пар игеҙәк донъяға килгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-26/v-bashkirii-v-molodoy-semie-rodilas-dvoynya-4593631

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас