Рәсәй халыҡтары араһында милли берҙәмлекте, тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу маҡсатында, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тураһында башланғысын яҡлап, республикала тәүге тапҡыр «Башҡортостандың этно-һылыуҡайы — 2026» төбәк этник матурлыҡ һәм талант конкурсы ойошторола.
Конкурс финалында 6 этностан 11 һылыуҡай ҡатнаша. Ҡатнашыусылар әүҙем әҙерләнә, репетициялар тулы көсөнә бара. Археология һәм этнография музейында асыу тантанаһы, концептуаль фотосессия уҙҙы. Алда ҡыҙҙарҙы аттар менән фотоға төшөү һәм «Тамашасылар һөйөүенең этно-һылыуҡайы» исеме өсөн тауыш биреү көтә.
Гала-финал 5 мартта киске сәғәт 7-лә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә була. Программала сағыу сығыштар һәм башҡорт дизайнерҙарының кейем коллекцияларын күрһәтеү ҡаралған.
12+