12:44 (UTC+5), 20 Февраля 2026

Башҡортостанда һуғыш ветераны Рәйфә Насироваға 104 йәш тулды

Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 104 йәшен тултырҙы. Район башлығы Гүзәл Насирова оҙон ғүмерле инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләне.

Фото: Гүзәл Насирова / Иглин районы хакимиәте
Инсаф Хужабиргәнов

Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы 1942 йылдың майында 1080-се зенит артиллерия полкы составында фронтҡа китә. 1943 йылдан алып һуғыш бөткәнсе 679-сы зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә.

Демобилизацияланғас, Ауырғазы районының Балыҡлыкүл мәктәбендә, күпмелер ваҡыт районда инспектор булып эшләй. Иглин районына күскәндән һуң, 1963 йылдан Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы Красновосход мәктәп-интернатында хеҙмәт дәресенән уҡыта.  1976 йылда хаҡлы ялға сыға.

«Хеҙмәтемде Сталинградта башланым, Одессала тамамланым. Сталинград өсөн алышты бер ҡасан да онотмайым. Беҙ фашистарҙы ҡыуып сығарҙыҡ. 80 йыл үтте, 100 йылдан ашыу... Шөкөр, юҡҡа йәшәмәнем. Еңдем дә, бынамын тигән балаларым бар. Алты балам, ун дүрт ейәнем, ун һигеҙ бүләм һәм хатта бер тыуамды күрҙем. Ғаиләм ҙур минең!» — тип ҡыуана Рәйфә инәй.

«Башинформ» ҡотлауҙарға ҡушыла һәм уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм именлек теләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-20/v-bashkirii-veteran-voyny-rayfa-nasyrova-otmetila-104-letie-4587281

Гүзәл Насирова / Иглин районы хакимиәтеГүзәл Насирова / Иглин районы хакимиәте
Фото: Гүзәл Насирова / Иглин районы хакимиәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика