12:14 (UTC+5), 19 Февраль 2026

Йылайырҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөкләндерелә

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров Йылайырҙа «Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды.

Фото: видеонан скриншот / Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың телеграм-каналы
Инсаф Хужабиргәнов

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ремонтҡа мохтаж, тип билдәләне Андрей Назаров. Уның һүҙҙәренсә, бинаның ҡыйығы яраҡһыҙ хәлгә килгән. Премьер-министр район хакимиәте етәкселегенә капиталь ремонт проектын әҙерләргә ҡушты.

«Йондоҙло» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 490-ға яҡын бала һәм үҫмер шөғөлләнә, 14 тренер эшләй, комплекстың үткәреү һәләте – сәғәтенә 128 кеше.

«Был муниципалитет өсөн төп спорт объекты булып тора. Бында буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнә, уҡыусылар шөғөлләнә, көслө тренерҙар эшләй, ә спортсылар республикала һәм унан ситтә танылыу яулай. Балалар ҙа, өлкән быуын да бында ҙур теләк менән килә», — тип билдәләне Назаров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/v-zilaire-bashkirii-otremontiruyut-fok-4585372

видеонан скриншот / Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың телеграм-каналывидеонан скриншот / Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың телеграм-каналы
Фото: видеонан скриншот / Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың телеграм-каналы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика