Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.15
-0.59
90.27
-0.6
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль , 09:50

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан йома эш сәғәте ҡыҫҡартылмай

Был хаҡта республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр иттеләр.

«Башинформ» / архив
Фото: «Башинформ» / архив

Киләһе аҙнала Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

23 февраль – байрам көнө. Быйыл ул дүшәмбегә тура килде.

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова аңлатыуынса, йома, 20 февраль, байрам алды көнө түгел, шуға эш сәғәте ҡыҫҡартылмай.

— 23 февралдә эшләгән (график буйынса, вахта һәм башҡалар) хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы ҡаралған (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы), — тип белдерҙе белгес.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/pyatnitsa-pered-dnem-zaschitnika-otechestva-v-bashkirii-ne-budet-sokraschennoy-4584287

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас