

Мәскәүҙә Рәсәй педиатрҙары конгресы тамамланды. Йыл һайын илдең балалар табиптары өсөн ойошторолған төп сарала белгестәр ҡатмарлы осраҡтарҙы дауалауҙы тикшереп һәм тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалмай, иң яҡшыларын да асыҡлай.
«Өфөнөң Республика балалар клиник дауаханаһы 2025 йылда Рәсәйҙә иң яҡшы педиатрия клиникаһы тип танылды. Был исем реаль һөҙөмтәләр (балалар ғүмерен ҡотҡарған дауалау ысулдары, заманса диагностика һәм табиптарҙың әҙерлек кимәле) өсөн бирелә. Ошо наградалар – табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, кесе персоналдың көндәлек эш һөҙөмтәһе ул. Республика балалар клиник дауаханаһы – ябай бина ғына түгел, ә меңләгән ҡотҡарылған балалар», — тип яҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова ла награда алды. Ул балалар сәләмәтлеген һаҡлауҙы үҫтереүгә һәм балалар мәнфәғәтенә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Федерация Советының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.