

Белоретта етемдәргә яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Фатирҙар Твердышев урамындағы яңы күп фатирлы йортта бүленгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
Бөтә фатирҙарҙа ла сантехника һәм аш-һыу плитәләре бар, һыу, электр иҫәпләү ҡоролмалары ҡуйылған.
«Беҙ етем балаларҙы тәьмин итеү буйынса системалы эште дауам итәбеҙ. Был сараларҙы «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Торлаҡ» федераль проекты эгидаһы аҫтында үткәрәбеҙ», — тип иҫкә төшөрҙө ведомство етәксеһе Артем Ковшов.
2025 йылда етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 2,8 миллиард һум йүнәлтелде, 947 кеше торлаҡлы булды.
Быйыл 2,895 миллиард һум ҡаралған, был 756 кешенең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
Был темаға бында уҡырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-13/v-gorode-bashkirii-vydali-lgotnye-kvartiry-4576837


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.