Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.21
-0.44
91.94
-0.07
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 11:17

Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән

Учалы районында юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән йөклө ҡатын Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә дауалана. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

«Иртәнсәк ике малайҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана, улар реанимацияла ята. Тағы бер бала — травматология бүлегендә, хәле уртаса ауырлыҡта. Әсәләренең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана», — тип хәбәр итте министр.

Авария 10 февралдә кисен Белорет-Учалы-Миәсс трассаһында булған. «Лада Гранта» менән «Дэу Матиз» автомобилдәре бәрелешкән.

«Матиз»да әсә дүрт балаһын алып китеп барған. Ике йәшлек ҡыҙы ваҡиға урынында йән биргән. Башҡа балаларға 9, 7 һәм 5 йәш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-11/postradavshuyu-v-dtp-mnogodetnuyu-zhenschinu-perevezli-v-ufu-4573463

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас